Йылмай. Гүзәл Ситдиҡова


Йылмай!


Ҡол итә кешене ҡурҡыу,
Өмөтһөҙ итә
Тауға менер урында ла
Түбәнгә илтә.
Тәүәкәллек, йөрәк кәрәк
Һәр яңы эштә.
Эсең тулы ут булһа ла,
Йылмай, бирешмә,
Бел , дошманың - өркәклегең,
Ҡулыңды тота,
Тейеш өлөшөңдө шуға
Өлгөрҙәр йота.
Уларҙа ла шул ике ҡул,
Икәү аяғы,
Аҡылы ла алтын түгел -
Ябай баяғы.
Эшең килеп сыҡмаһа ла,
Уңманым, тимә,
Уңмағанды ҡыума, барҙыр
Яңы юл һиңә.
Сигенә белеү ҙә - ҙурлыҡ,
Йылмай, һин көслө,
Күңелеңдәге ҡурҡыу ғына
Үҙеңә үсле.
Үсле һиңә өмөтһөҙлөк,
Етмәү баҙнатың,
Хәрәкәттә - бәрәкәт бар,
Иман – ҡанатың.
Мәңге иҫкермәҫ ҡиммәттәр
Беҙгә йәншишмә.
Түҙ, алға бар, тормош - көрәш…
Йылмай!
Бирешмә!


2015