Йылғыр "бишле"(хикәйә). Факиһа Туғыҙбаева

Йылғыр "бишле" ( хикәйә )
автор Факиһа Туғыҙбаева
.Нәшер ителгән: 2009 йыл. Сығанаҡ: "Мин уҡырға яратам ".-Өфө/Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап " нәшриәте,2009 йыл


Йылғыр "бишле"


 Батырҙың апаһы Зәйтүнә Өфөнән ҡунаҡҡа ҡайтты.
— Уҡырға төшөүең менән ҡотлайым, Батыр, — тине ул, ҡустыһын ҡосаҡлап.
Батыр берсә апаһына, берсә дәфтәренә ҡараны:
— Ә мин хәрефтәр яҙа беләм. «Әлифба»ны ла үтеп бөтәбеҙ инде.
Үҙе шунда ук Зәйтүнә апаһын, ҡулынан тотоп, яҙыу өҫтәле янына алып килде.
— һин ҡарап ултыр, апай. Мин һиңә хәрефтәр яҙып күрһәтәм.
Ул дәфтәргә «атай» тип яҙып ҡуйҙы. Унан «әсәй», «апай» тигән һүҙҙәр теҙелде. Ә Зәйтүнә шул арала буяу ҡәләмдәрен ослап ултырҙы.
— Матур ғына яҙаһың икән, — тип маҡтаны ул Батырҙы. — Нисәле алаһың һуң, ҡустым?
Малай апаһына, эшенән айырылмайынса ғына, һул ҡулының дүрт бармағын күрһәтте. «Бишле»ләр ҙә алғыһы килә уның. Тик ни эшләһен? Бысрағыраҡ яҙа шул әле.
Зәйтүнә, Батырҙың арҡаһынан һөйөп:
— «Бишле»гә уҡырға тырыш инде һин, — тине лә, тороп, аш әҙерләргә тотондо.
Ә малай өҫтәл артынан ҡуҙғалманы. Уҡытыусы Әминә апай «ы» хәрефен биш юл тултырып яҙып килергә ҡушҡайны. Ҡаланан ҡунаҡҡа кайтыуын һағынып көтөп алған Зәйтүнә апаһын иртәгә «бишле» менән ҡыуандырырға теләп, ул өйгә бирелгән эште тырышып-тырышып эшләне.
Батырҙың «ы» хәрефе матур ғына килеп сыҡты. Биш юлдағы хәрефтәрҙең бөтәһе лә бер- береһенә оҡшаған. Тигеҙҙәр. Эйе, Батырға шулай тойолдо. Әминә апаһы Батырҙың дәфтәренә «бишле» ҡуясаҡ, былай булғас. Туҡта, ниңә уға эш ҡалдыра һуң әле ул? Тотһон да үҙе яҙһын «бишле»не. Башын тегеләй ҙә, былай ҙа бороп, оҙаҡ ҡына ҡарап ултырҙы ла «ы»ларҙың аҙағына яңы ғына осланған ҡыҙыл ҡәләм менән "5" билдәһен ҡуйҙы...
Дәрес ваҡытында Әминә апай бөтә балаларҙың да өйгә эштәрен парталар буйынса йөрөп тикшереп сыҡты. Батырҙың да дәфтәрен алып ҡараны. «Бишле»не күрҙе күреүен, әммә бер һүҙ ҙә өндәшмәне.
Ҡыңғырау шылтыраны. Әминә апай Батырҙы үҙенең өҫтәле янына саҡырып алды.
— Дәфтәреңде лә алып кил, — тине ул яғымлы ғына.
Уҡытыусы дәфтәрҙе асып һалды:
— «Ы»ны матур яҙғанһың, Батыр. Тик бынау «бишле»нең генә тәртибе оҡшамай. Ни эшләп, уҡытыусынан рөхсәт һорамай, һинең дәфтәреңә инеп ултырҙы икән ул?
Әминә апай оҙон-оҙаҡ төпсөнөп торманы, малайҙың күҙенә ҡарап:
— Батыр, йылғыр «бишле»ңә әйт, һине икенсе тапҡыр оялтмаһын, — тине. Үҙе дәфтәрҙәге билдәне арҡырыға һыҙҙы ла уның эргәһенә ҙур итеп ысын «бишле» ҡуйҙы.
Дәрес бөтөү менән, Батыр өйҙәренә осто: Зәйтүнә апайҙы «бишле» менән һөйөндөрөргә кәрәк!

 


2009 йыл