Йылҡы йылына сәләмләү. Фирүзә Абдуллина.


Йылҡы йылына сәләмләү. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 31.12.2014.. Нәшер ителгән: 09.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Һаумы, яңы йылым!
               Йылҡы йылым!
Елберләтеп ҡойроҡ-ялдарын
Ергә елеп килә еңеү йылым,
 Еңеү ҡышым, еңеү яҙҙарым!

Йылҡы кеүек тырыш, күндәм булһаң,
Тормош һынауҙары еңелер,
Ялҡаулыҡ һәм ҡурҡаҡлыҡты еңһәң,
Үрҙәр үрләү ауыр түгелдер.

Йылҡы йылым, үрҙәр үрләр өсөн
Үҙеңдеке кеүек һаулыҡ бир,
Ләүкелдәгән сәүек кеүектәрҙе
Тибеп осорорлоҡ көс тә бир!

Һаумы, яңы йылым!
                 Балҡышлы бул,
Алҡышлы бул, көс-дәрт артырлыҡ,
Һаулыҡ, байлыҡ, бәхет-шатлыҡтар бир,
Оҙатҡанда рәхмәт әйтерлек!