Йыл миҙгелдәре

Йыл миҙгелдәре
автор Азат Хәлилов
Ижад итеү ваҡыты: 2013. Нәшер ителгән: 2013.


Әкиәт

Ҡасандыр, Ерҙә хәҙерге һымаҡ һалҡын ҡыш, йылы йәй башланмаған ваҡытта, Ҡояш улдары Ҡыш, Йәй һәм ҡыҙҙары Яҙһылыу, Көҙһылыу менән бик татыу йәшәгәндәр, ти. Ҡояш бөтә балаларына ла тигеҙ ҡараған.

Тик уларҙың һәр береһенең холҡо бер-береһенән ныҡ айырылған. Ҡыш һалҡын ҡарашлы, ҡырыҫыраҡ, үҙен оло булараҡ һауалы тотҡан. Ул буйға ла оҙонораҡ булған, ә Йәй киреһенсә мөләйем, йыуаш булған, буйға ағаһынан ҡайтышыраҡ булһа ла һис тә көйәләнмәгән . Бөтә туғандарын да ихтирам иткән. Үләндәр, ағастар үҫтерергә яратҡан. Көҙһылыу иһә, күберәк биҙәнергә, төҙәнергә яратҡан. Үҙе бик йомарт булған. Ике ағаһын да бер төрлө күргән, тик оло ағаһын нығыраҡ ихтирам иткән. Ә Яҙһылыу апаһы һымаҡ биҙәнергә яратмаған, ҡупшыраҡ кейенергә яратҡан. Һәм Йәй ағаһын яҡын күргән.

Әсәләре көн һайын тау аръяғына эшкә киткән. Был ваҡытта Йәй менән Ҡыш һәр саҡ бәхәс ҡорған. Үҙ һүҙле Ҡыш башлаған был бәхәсте. Бер саҡ шулай октябрь айында әсәләре эштә оҙағыраҡ тотҡарлана башлағас бөтөнләй түҙҙермәй башлаған.

- Мин оло булараҡ, һеҙ мине тыңларға тейешһегеҙ,- тигән ул бик маһайып. Уның менән көләс Йәй бер ҙә риза булмаған.

- Юҡ, ағай, беҙ барыбыҙҙа тиң хоҡуҡлы. Һәр кем үҙенсә йәшәргә тейеш,- тигән Йәй бер ни булмағандай.

- Ә, һин шулаймы ни әле, ярай, әйҙә булмаһа көс һынашып ҡарайыҡ, -тигән Ҡыш асыуланып. Ә һылыуҙары Яҙ менән Көҙ ағаларын аралашып сыҡҡан, ти. Ҡыш:

- Мин һине туңдырып үлтерәм, ағастарыңды ла, үләндәреңде лә- һәммәһен дә тигән ажғырып. Көҙһылыу Ҡыш ағаһына ярамһаҡланып уға ярҙамлашһа ла, Йәйгә ярҙам иткән. Ҡыш тарафынан ебәрелгән ҡырауҙарҙы көләс кенә йылмайып иретеп юҡҡа сығарған. Ҡыш туңдырмаҡсы булған үлән, ағастарҙың орлоҡтарын өлгөртөп, ағас япраҡтары менән күмеп ҡуйған,ти. Ныҡыша торғас, Ҡыш тамам еңгән. бөтә донъяны аҡҡа төргән. Бөтәһе лә өшөй башлаған. Быға Ҡыш ҡәнәғәт ҡалған. Әммә Йәй нисек кенә тырышһа ла, Ҡышты еңә алмай яфаланған. Сөнки ул төндәрҙе оҙонораҡ эшләгән . Әсәләре лә эштә оҙағыраҡ йөрөгән. Бер ваҡыт Яҙһылыу өшөп , туңыр сиккә еткәс, Ҡыш ағаһына өндәшкән:

- Ҡыш ағай,- тигән ул, булды, еңдең. Гел генә һыуыҡ булмаһын инде, тигәс,-Эшең булмаһын, тип кенә яуаплаған. Яҙһылыу ярҙам һорап әсәләренә мөрәжәғәт итмәксе булған икән Ҡыш ҡар-бурандар менән Ҡояш әсәләрен, Күкте, Ерҙе- бөтә донъяны ҡаплаған. Кешеләр аҙашҡан, ҡыр йәнлектәренә аҙыҡ табыуы ауырлашҡан. Әммә үҙе лә күп ҡотора алмаған, алты көн даулағандан һуң тынып ҡалған. Кешеләр был ваҡытты Аҡман-тоҡман тип атаған. Ошонан һуң ул үҙе лә бик арыған. Ҡояш балаларына ҡайтҡан. Ҡыҙы Яҙһылыу менән Йәй улына ярҙам итергә булғандар. Яҙһылыу ҡарҙарҙы, боҙҙарҙы иретә башлаған,ти. Ҡыш түҙмәй илап ебәргән,ти. Уның илауынан гөрләүектәр аҡҡан. Ул Йәйгә еңелеүен әйткән. Быға бөтәһе лә ҡыуанған. Көҙһылыу күмеп ҡалдырған орлоҡтарҙан үләндәр шытҡан, ағастар йәшәргән. Ҡояш әсәләре лә бик ҡәнәғәт булып мөләйем ҡаораған. Өйҙә оҙағыраҡ торған. Ҡыштың быға барыбер эсе көтөрләгән. Тағы ла әсәләре эштә оҙағыраҡ булған ваҡытта Йәй ҡустыһы менән көрәш башлаған. Бына шулай әллә нисә йылдар, быуаттар буйына дауам итә уларҙың бәхәстәре.