Йырланмаған йыр.Фирүзә Абдуллина.


Йырланмаған йыр. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 02.07.2014.. Нәшер ителгән: 02.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән. “


* * *


Кис етһә, ишек алдында
Күмәкләшеп ултырып,
Йырлай инек төнгә тиклем,
Бар ауылды тултырып.

Өҙҙөрөп уйнай ағайҙар,
Баянды ҡулға алып.
Апайҙар йырлай. Ултырам
Ауыҙҙы асып-ябып…

Эй зәһәр шул тауыштары!
Әсәм мине аңлаған:
“Төпсөк булғас, балам, һиңә,
Бер нәмә лә ҡалмаған!”

Матурлыҡ та эләкмәгән,
Буй-һын да – арлы-бирле,
Тауыш та юҡ, холҡом да шул
Үҙемсә, кирле-мирле.

Баянда уйнай белмәйем…
Үҙемдән-үҙем көләм:
“Зато мин бик елле итеп
Нервыла уйнай беләм!”

Бер нәмә лә бирмәнем, тип
Яңылыштың, әсәйем,
Биргән күңел байлығыңа
Шөкөр итеп йәшәйем.

…Йыуатҡан булды әсәйем,
Әле лә иҫкә алам:
“Моңло кеше ғәмле була,
Ҡайғы күрмәҫһең, балам!”

Хоҙай моңдо бирмәһә лә,
Ғәмде бирҙе мул итеп,
Шуға мине яратҡандыр
Күңел тулы моң итеп.

…Йылдар үтте. Тауыш бөттө.
Йыйылмайбыҙ бергәләп.
Парлап уйнамай ағайҙар
Күректәрен киргеләп…

…Йөрәк тулы һағыш-моңдо
Тигеҙләп бүлер инем,
Ағайҙар – апайҙарыма
Таратып бирер инем.

Әйтер инем:”Әйҙә әле,
Йырлайыҡ таңға ҡәҙәр,
Өлгөрәйек бер-беребеҙгә
Күрһәтеп хөрмәт-ҡәҙер,

“Яратам!”-тип әйтер инем,
Бөтәһен бергә йыйып…
Әйтелмәгән хис ҡалмаһын,
Йырланмаған йыр булып.