Йыуынам. Гүзәл Ситдиҡова

Йыуынам



Йыуам-йыуам,
Йыуам-йыуам
Йыуам битте, ҡулымды ,
Башта йыуам уң ҡулымды,
Шунан йыуам һулымды.
Битте йыуғас,
Ҡулды йыуғас,
Таҙартам тештәремде,
Йыуыныуҙан башлайым мин
Һәр иртә эштәремде.


2012