Йыһат-доға. Тамара Искәндәриә

Йыһат-доға (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә
Ижад итеү ваҡыты: 2011.


Йыһат-доға


Һағынамын йөҙөңдө,
Һағынамын һүҙеңде,
Һағынамын һинең янда
Ҡалған үҙкәй-үҙемде.

Аҡ һыуҙарға баҡһам да,
Һыуҙар булып аҡһам да,
Һылыулығым ҡайтмай инде
Алҡаң, һөйөп, таҡһам да.

Йыһандарға ҡарайым,
Һыулы сәсем тарайым.
Толомомдоң остарына
Йыһат-доға урайым.

Йыһандарҙа ҡара юҡ,
Йыһаттарһыҙ ара юҡ,
Ер менән күк араһында
Һөйөүгә сик-сара юҡ.