Йәйге эңер. Гүзәл Ситдиҡова.

Йәйге эңер

edit

Сың-сың итеп салғы сүкей булыр

Сәскә аҫты һайын сиңерткә,

Йәйге эңер беҙҙең сабынлыҡҡа

Аҡ томандан күлдәк кейҙертә.

Олоялан яңы күлдәк кейә

Күбәләрҙән тағып төймәһен,

Тау артына инде төшөп бара

Төндө тартып көндөң көймәһе.

Күҙ алдында буялып та ҡуйҙы

Төнгө офоҡ муйыл һутына.

Май йомғағы кеүек һары ҡояш

Иреп төштө эңер утынан.

1979