Йәйге ямғыр

Йәйге ямғыр (Шиғыр)
автор авторы кем?
Ижад итеү ваҡыты: Нисәнсе йылда ижад ителгән?. Нәшер ителгән: ҡайҙа нәшер ителгән?. Сығанаҡ: ҡайһы сығанаҡтан алынды?




Йәйге ямғыр



Көнбағыштар, наҙлы ҡыҙҙар кеүек,
Минән оялалар, күрәһең;
Һары ҡашмауҙарын һалындырып,
Түбән ҡарағандар үҙҙәре.

Тәңкә-тәңкә булып, һалынып тора
Йәшел япраҡтары талдарҙың.
Талдар ҡайғыралар: берәй юлсы
Ботаҡтарын ҡырҡып алғандыр

Тау артынан болот ҡалҡып сыҡты,
Ташҡын кеүек ҡайнап, ҡуйырып.
Әллә океан, әллә барлыҡ диңгеҙ
Күтәрелде микән бер юлы?

Ялан буйлап һалҡын ел йүгерҙе,
Арыштаҙың һыйпап арҡаһын.
Талдар шаулаштылар, көнбағыштың
Ҡалтыранды һары ҡалпағы.

Аяҡ үрә баҫып ҡыуандылар
Миңә баш эйеүсе игендәр.
Талдар таҡмаҡ әйтте, ә көнбағыш
Бейеп торҙо баҫҡан ерендә.

Ямғыр ҡойҙо! Ынйы тамсылары
Түгелделәр ергә силәкләп.
Душ аҫтында торған курортниктай,
Рәхәтләнде буғай тирәктәр.

Беҙ, кешеләр, ямғыр тамсыларын
Тирәктән дә ҡаты һөйәбеҙ;
Алтын төшә, ана шул ямғырҙың
Һәр бер тамсыһана эйәреп.


2012