Йәйғор(шиғыр). Тамара Ғәниева

Йәйғор ( шиғыр )
автор Тамара Ғәниева
.Нәшер ителгән: 1993 йыл. Сығанаҡ: "Ҡондоҙ ҡойроғо ".-Өфө"Китап ",1993 йыл


Йәйғор


 Болот иланы. Йәштәре
 Түгелде ямғыр булып.
 Ҡояш, болотто иркәләп,
 Битенән үпте һурып.
 Мин дә ҡояшҡа етәм тип,
 Күпер ташланы ямғыр,
 Ә күккә ете төҫ яғып,
 Һуҙылып ятты йәйғор.

 


1993 йыл