Йәйғор төҫтәре. Йәшел. Гүзәл Ситдиҡова

Йәшел



Йәшел төҫтө оҙаҡ итеп
Эҙләйһе түгел,
Хатта ҡышын йәшел шыршы
Биҙәй өй түрен.
Ҡар иреп тә өлгөрмәҫтән
Йәшәрә туғай,
Ҡыу таяҡ та хатта яҙын
Йәшәрә буғай.
Ә ололар беҙгә әйтә:
- Һеҙ әле йәшел.
Ҡасан йәшел булмай кеше –
Әйтегеҙ йәшен.


2012