Йәйғор төҫтәре. Ҡыҙғылт һары. Гүзәл Ситдиҡова


Ҡыҙғылт һары



Икенсе һеңлемә минең
Эләкте ҡыҙғылт-һары,
Тик был төҫкә миҫал һирәк –
Дүртәү-бишәү ни бары.
Ишек алдында тырнаҡгөл,
Таҡыяһы шул төҫтә,
Настурция, георгин бар,
Иҫләнек көскә-көскә.
Ә-ә, кишер бит ҡыҙғылт-һары,
Үҙе тәмле, файҙалы,
Күҙҙе, тиҙәр, осҡорлата
Уның кеүек ҡайҙа (ә)ле!
Ҡыҙғылт-һары әфлисун да
Танһыҡлаған емеш ул,
Витаминға бик бай тиҙәр,
Күп сирҙәрҙең име шул.
Был төҫ әҙ тип һис үкенмә,
Көҙ генә етһен әле,
Ҡыҙғылт-һары нур урманды
Тотош яулар шул мәле,
Ағастарҙан юлдарыңа
Түшәлер ҡыҙыл алтын!
Афарин, һеңлем,
һин төҫтөң
Бик шәбен һайлап алдың!


2012