Йәйғор төҫтәре. Һары. Гүзәл Ситдиҡова

* * *


Һары
Аҡ ҡабығы ҡыштың бөгөн шартланы,
Алас-йолас кителә лә башланы,
Йомортҡанан сығып килгән себештәй
Һары сәскә моронланы шатланып.
Ҡояш ҡалҡты - һары майҙай йомарлаҡ,
Гәрәбәнән муйынсам да һап-һары,
Алтын күҙле бутҡам боҫрай өҫтәлдә,
Алтын төҫтәге ярма бит - ул тары.
Бәхет төҫө, туҡлыҡ төҫө - ул һары,
Һары һағыш, яҡын килмә, кит ары.


2012