Йәйҙәге ҡыш. Гүзәл Ситдиҡова

* * *



Ҡыштар быйыл йәйҙән башландылай,
Ҡарҙар яуҙы июль айында,
Тик япраҡтар көҙҙә ҡойолманы,
Һары шәлле әле ҡайындар.

Көҙгө гөлдәр шау сәскәлә килеш
Ултыралар аҡҡа ҡырпылып,
Ҡылыҡһыҙ йәй менән ҡылыҡһыҙ көҙ
Ҡапыл ҡалды ҡыштан ҡырҡылып.

Аптырарлыҡ - йылыһы ла наҡыҫ,
Аяҙы ла үтә инәлтте,
Ә баҫыуҙар гөрләп уңыш бирҙе,
Шыплап тулды иген келәте.

Ниңә икән салт ҡояшлы йәйҙәр,
Аяҙ йәйҙәр - наҡыҫ төшөмлө,
Ҡара көйөп ята баҫыу- ҡырҙар,
Һөйөндөрмәй һуҡҡан көшөлө?

Йәйҙәргә лә ахыры барыһы кәрәк -
Аяҙы ла, боҙло болото,
Гел ҡояш та - үлемесле яза,
Самаларҙан ашһа - ҡоротор.

...Беҙ шатлыҡты күрә белмәҫ инек
Гел шатлыҡтан торһа тормоштар
Берсә утҡа, берсә һыуға һалып,
Кеше итә беҙҙе яҙмыштар


2015