Йәнгенәмде һалдың бөйөк әйләнешкә. Тамара Искәндәриә

Йәнгенәмде һалдың бөйөк әйләнешкә (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Йәнгенәмде һалдың бөйөк әйләнешкә


Йәнгенәмде һалдың бөйөк әйләнешкә,
Йә Хоҙайым, инде нимә тип әйтәйем?
Һөйөү менән нәфрәттең бит араһында
Өҙгөләнгән бер япраҡҡа тиң хәлкәйем.

Бер кемгә лә бирешмәҡ тә кеүек инем,
Бирешмәйем хәҙер ҙә, тик… күңелем буш.
Йәшәү өсөн көрәш алды көс-кәремде,
Хыялдарым, ҡайҙа һуң һеҙ? Хушығыҙ, хуш!

Ҡымтылды ла ирен ситем, өндәшмәнем.
Тулышты ла аҡты инде күҙ йәштәрем.
Эй йәргенәм! Мин һөйгәндәй һин һөймәгәс,
Был донъянан ни йәм табып, ник йәшәрем?

Мин һайрармын былбыл булып, һин тыңларһың.
Телгенәмдең бик-йоҙағы асылған шул!
Һиңә булған үпкә һүҙем, наҙлы һүҙем
Әйтелмәйсә, татылмайса баҡылған шул.

Сәскәләтеп көлә минең сабыйҡайым,
Көл-көл, сабый! Минең дә, тим, күңелде ас!
Яҡты юлаҡ насип булһын яҙмышыңа,
Кәрәк булһа, яурыныма, әйҙә, мен, баҡ!

Дәү булып та ҡайһы берҙә файҙаһыҙ ул,
Күп белеп тә был донъяла хәйләһе аҙ.
Ҡайһы берҙә йәшәүеңдең мәғәнәһен
Һыҙландырып аңлатҡандай моңло бер саз.

Бар тауыштар шымып ҡалған һил тынлыҡта
Бөйөк бер моң биләй минең булмышымды.
Илаһи бер аһәңле ҡыл яңғырашы,
Илатыплар, аса яңы һулышымды.

Йәр һөйөүҙең татын мин дә тойғаным бар,
Хәсрәтен дә йөрәгемә уйғаным бар.
Икһеҙ-сикһеҙ даръя икән мөхәббәт, тип
Ел-дауылға ҡаршы елкән ҡуйғаным бар.