Йән ырыҫы алып Янбаристан

Йән ырыҫы алып Янбаристан
автор Ансар Нуретдинов
Ижад итеү ваҡыты: 2016. Нәшер ителгән: 2016. Сығанаҡ: Ансар Нуретдинов. Йән ырыҫы алып Янбаристан // «Башҡортостан» гәзите, 2016, 29 апрель


Аҫаба ер йылыһы

edit

Әллә ни ҙур булмаған Бәҙрәш йылғаһы буйындағы Янбарис Уран ырыуы башҡорттарының аҫаба ерендә урынлашҡан. Танылған ғалим Әнүәр Әсфәндиәров «Башҡортостан ауылдары тарихы» китабында билдәләгәнсә, XVII быуаттың икенсе яртыһында урындағы халыҡ үҙ биләмәһенә Ҡазан өйәҙенең Ар даруғаһы типтәр­ҙәрен киң күңел менән ҡабул иткән. 1748 йылғы ревизияла ситтән килгән 54 ир-егет теркәлгән. Ауылдың уҙамандары Уран олоҫо старшиналары Мәсей Йосопов һәм Меней Абдрахманов етәкселегендә 1773 – 1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында күпләп ҡатнашҡан.

1859 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, Янбаристың 43 йорт-хужалығында 250 башҡорт, ҡалған 32-һендә 184 типтәр көн күргән. Ауылда ике тирмән һәм мәсет булған. Совет осоронда халыҡ һаны уртаса кимәлдән төшмәгән. 1961 йылда нәшер ителгән «Башҡорт АССР-ының административ-территориаль бүленеше» исемле белешмә-китапта ауылда 330 кеше йәшәгәне күрһәтелһә, артабан иҫәп кәмеүгә табан киткән. Һуңғы ике-өс тиҫтә йылда бында даими көн күргәндәрҙең һаны 100 тирәһендә тирбәлгән.

Әле иһә өс урамдағы 70 йорт-хужалыҡта 111 кеше теркәлгән, улар араһынан 15-е – 18 йәшкә тиклемгеләр, ҡалғандары – өлкәндәр. Хеҙмәт йәшендәге 50 кешенең яртыһы ғына ҡайҙалыр эшләп йөрөй.

Киҫәкҡайын ауыл биләмәһен­дәге Янбарис уҙған быуаттағы алдынғы «Ленин юлы» колхозына ҡараған. Хеҙмәтсәндәр ойошма­ның хәстәрлекле, яҡты сырайлы, дөйөм мәнфәғәт өсөн тырышҡан етәкселәрен ҙур хөрмәт менән маҡтап телгә ала, ейән-ейәнсәрҙәренә өлгө итеп күрһәтә. Һис шикһеҙ, быуындар араһын­дағы бындай бәйләнештең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.

Еңеүҙе Польшала ҡаршылаған

edit

Киҫәкҡайын хакимиәте башлығы Замир Әхмәтовтың кәңәшен тотоп, янбаристар менән аралашыуҙы ауылдағы иң өлкән кешеләрҙең береһе Лотфый Ғиззәтуллиндан башланым. Йортҡа «Бында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй» тигән алтаҡта беркетелгән. Тиҙҙән 90 йәшен тултырасаҡ элекке яугир беҙҙе ихлас ҡаршы алды. Ветерандың ҡатыны Сажиҙә апай өс тиҫтә йыл элек баҡый­лыҡҡа күскән икән. Бабайҙы әле өлкән ҡыҙы Тәнзилә ҡарай. Бер быуатҡа яҡын ғүмер кисергән Лотфый Ибәт улы йәштәр кеүек әле. Хәтере шәп, зиһене салт.

– Фронтҡа 1943 йылдың ноябрен­дә алындым, – тип хәтер йомғағын һүтте бабай. – Снай­пер­ҙар мәктәбендә уҡығас, ғәскәр сафында Белоруссияла, Украи­наның көнбайышындағы Львов ҡалаһы яғында алыштым, унан Балтик диңгеҙе ярҙарына барып сыҡтым. Ҡушылғанды башҡа­ларҙан ҡалышмай үтәргә тырыштым...

Яуҙа күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Лотфый бабай «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Латвия биләмәһендә, Риганан 40 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Митава ҡалаһын азат итеү өсөн барған аяуһыҙ алыштарҙың береһендә ҡаты яралана ул. Госпиталдә дауалана, Еңеү көнөн Польшала ҡаршылай. Яугиргә һуғыш тамамланғас та хәрби хеҙмәтен дауам итергә тура килә, шуға тыуған яғына биш йылдан һуң ғына әйләнеп ҡайта. Яҡындағы Әмзә урман-химия заводы өсөн ағас ҡырҡып сығарыуҙа эшләй, унан Пермь өлкәһенең Березники ҡалаһына юллана, шунда өйләнә. Һигеҙ йылдан иһә Янбарисына ғүмерлеккә әйләнеп ҡайта. Йәштән хеҙмәттә сыныҡҡан ауыл кешеһенә нимә инде: колхоздың бер эшенән дә баш тартмай Лотфый Ибәт улы. Балта, салғы, көрәк, һәнәк төшмәй уның һөйәлләнеп ҡатҡан көслө ҡулдарынан.

– Иң яратҡан шөғөлөм хуш еҫ аңҡып торған сәскәле болонда бесән сабыу булды, – тип һағышланып әйтеп ҡуйҙы ветеран. – Бура бурарға ла яраттым. Бөгөнгө тормошонан да ҡәнәғәт уҙаман. Ҡыҙҙарын маҡтап бөтә алмай, туған-тыумасаһына ҡарата хәстәрлекле, етәкселәргә лә үпкәһе юҡ. Ваҡытында килеп торған пенсия, байрамдарҙа яңғыраған йылы ҡотлау һүҙҙәре өсөн ҙур рәхмәт юллай. Яҡынлашып килгән Еңеү көнө тағы ла ҙур һөйөнөстәр өҫтәһен ветеранға!

Күкрәгендә – «Ҡанатлы арыҫлан»!

edit

Тыуған ерен, республика­быҙ­ҙы ситтә танытҡан арҙаҡлылар күп халҡыбыҙҙа. Шундайҙарҙың береһе Янбариста йәшәй. Ул – күптән түгел 75 йәшен тултырған Ингел Садиҡов – гер күтәреү буйынса юғары күрһәткестәре өсөн халыҡ-ара «Ҡанатлы арыҫлан» ордены менән бүләкләнгән, исеме Гиннесстың рекордтар китабына индерелгән.

Ингел ағай 1941 йылда Янбариста тыуа. Дүрт туғаны кеүек үк, ул да ата-әсәһе өлгөһөндә эшһөйәр, көслө ихтыярлы булып үҫә. Хеҙмәт юлын колхозда башлай, унан Өфөләге һөнәрселек училищеһына юллана. Тырыш, өмөтлө йәш аппаратсыны махсус юллама менән Свердловск ҡалаһы заводтарының береһенә ебәрәләр. Еңел булмаған хеҙмәткә өс тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен бирә Ингел ағай. Ҡатыны Гөлсинәне, Яңауыл районының Эткенә ауылы һылыуын, тап ошонда осрата ул. Хаҡлы ялға сыҡҡас, бергәләп Янбарисҡа ҡайтып төпләнәләр.

Гер күтәреүҙә уңышҡа нисек өлгәшкән һуң Ингел ағай? Үҙенә әллә ни ҙур маҡсат итеп тә ҡуймаған ул был шөғөлдө. Үҫмер сағында, барлыҡ тиҫтерҙәре кеүек үк, һабантуй бәйгеләренең уртаһында ҡайнай, йүгереү, саңғыла уҙышыу менән мауыға, хоккей уйнай, парашют спортын үҙ итә. Ғүмер сылбырының дүртенсе тиҫтәһен тултырғас иһә, үҙе лә һиҙмәҫтән, ҡасандыр күңеленә яҡын булған шөғөлгә – гер күтәреүгә – яңынан тотоноп, киң билдәлелек яулай. Янбарисҡа ҡайтҡас та был спорт төрөнән айырылмай, ярыштарҙа ҡатнашыуын дауам итә.

Алтмыш биш йәшенә еткәс, ҡағиҙәгә ярашлы, гер күтәреүселәрҙең ветерандар категорияһына күсә. 2006 йылда Волгоградта үҙ ауырлығында ил чемпионы була, донъя беренселегендә Рәсәй исеменән сығыш яһап, йәнә пьедесталдың иң юғары баҫҡысына күтәрелә. Яҡташыбыҙ артабанғы өс алтын һәм ике көмөш миҙалын I Бөтә донъя Олимпия уйындарында, 70 йәш тулғас, яулай. Михаил Ломоносовтың тыуыуына 300 йыл тулыу айҡанлы Архангельск ҡалаһында уҙғарылған был сарала 30-ҙан ашыу илдән 600-гә яҡын спортсы ҡатнаша. Атҡаҙанған һәм халыҡ-ара класлы спорт мастерҙары, донъя, Европа һәм милли ярыш чемпиондары араһында лайыҡлы сығыш яһай Ингел ағай. Ҡаҙаныштары өсөн «Ҡанатлы арыҫлан» орденына лайыҡ була.

2013 йылда шул уҡ Архангельск ҡалаһында Европа, Азия, Евразия һәм донъя берен­селектәренә үткәрелгән, гер спорты буйынса Рәсәйҙең тәүге атҡаҙанған спорт мастеры С. Мишиндың иҫтәлегенә бағыш­ланған II халыҡ-ара турнирҙа ла ҙур ҡаҙанышҡа өлгәшә яҡ­ташыбыҙ. 25 дәүләттән йыйылған 7 – 88 йәшлек 327 бәйгесе араһында үҙ ауырлығы, йәше категорияһында икешәр тапҡыр – Европа һәм Евразия, өс мәртәбә донъя чемпионы исемдәрен ала. Ярыштың бер төрө буйынса, мәҫәлән, ун минут эсендә 12 килограмлыҡ герҙе 219 тапҡыр күтәрә.

Ингел Садиҡов 2013 йылда «Өс йөҙ спартанлы» тигән үҙен­сәлекле проектта ҡатнашырға саҡырыу ала. Билдәләнгән шарт­тарға ярашлы, унда донъяның төрлө йәштәге иң билдәле 300 спортсыһы күмәкләп 30 минут дауамында синхронлы рәүештә гер күтәрергә тейеш була. Береһе булһа ла ашығып йә һуңға ҡалып яңылышһа, проект үтәлмәгән тип һанала. Ярышҡа Бөйөк Британиянан килгән Гиннесс комиссары етәкселек итә, сығышты тиҫтә­ләгән арбитр күҙәтә, сара барышы видеокамераларға төшөрөлә. Бирешмәй спортсылар: ҡатмарлы һынауҙы уңышлы үтәләр. Барыһына ла Гиннесстың рекордтар китабына индерелеүе тураһында махсус сертификат тапшырыла.

Яҡташыбыҙҙың уңыштары хаҡында һөйләүен һоҡланып тыңланым. «Ғүмерҙе ҡабатлау мөмкинлеге булһа, нимәнелер үҙгәртер инегеҙме?» тигән һорауыма Ингел ағайҙан «Юҡ!» тигән аныҡ һәм ҡыҫҡа яуап алдым.

Ҡәйнәһен үрнәк итеп

edit

Түҙемле, алсаҡ, татлы телле булыу аҡ халатлыларҙың төп сифатылыр. Янбарис ҡыҙы, әле Киҫәкҡайын фельдшер-акушерлыҡ пунктында эшләгән Зилә Ҡадирова ла тап шундай һыҙаттары менән һоҡландыра. Яратҡан шөғөлөнән йәм табып йәшәүе йөҙөнә сыҡҡан шәфҡәт туташының.

– Ошо һөнәргә бала саҡтан әҙерләндем, – ти Зилә Ираф ҡыҙы, йылмайып. – Ҡурсаҡ­та­ры­ма укол ҡаҙап, дарыу ҡаптырып, яраларын бәйләп уйнар инем. Мәктәптән һуң бер ниндәй ике­ләнеүһеҙ күрше Удмурт Респуб­ликаһының Сарапул ҡалаһын­дағы медицина училище­һына юлландым. Унда барыу ауыр түгел: туранан поезд йөрөп тора.

Әйткәндәй, тимер юл Зиләне ғүмерлек юлдашы менән дә осраштырған икән. Ҡалтасы районының Красный Холм ауылы егете Айҙар ул ваҡытта Сарапулда техникумда уҡып йөрөгән. Зилә был осрашыуҙы ла, «Башҡортостандың атҡаҙанған табибы» тигән маҡтаулы исем йөрөткән ҡәйнәһе Люциә Хәбибйән ҡыҙының үҙе өсөн һәр саҡ үрнәк булыуын да «яҙмыштың рәхмәте» тип һанай.

Олатай-өләсәйҙәренә, ата-әсәһенә оҡшап, тырышлығы, эшһөйәрлеге арҡаһында уңышҡа өлгәшкән, үҙаллы матур донъя көткән өлкән ҡыҙҙары Лилиә һәм Гөлназдың, урта мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, әле Өфө дәүләт авиация техник университетында белем алған Гөлнара­ның ҡаҙаныштарына ихлас ҡыуана Зилә менән Айҙар Ҡадировтар.

– Киҫәкҡайын биләмәһенә ҡараған өс ауылды хеҙмәт­ләндерәбеҙ, – тип көндәлек эше хаҡында һөйләп алды шәфҡәт туташы. – Унда 850-гә яҡын кеше йәшәй. Мохтаждар тейешле медицина ярҙамын ваҡытында ала.

Зилә Ираф ҡыҙы – юғары категориялы хеҙмәткәр, Башҡорт­остандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы. «Республиканың иң яҡшы фельдшеры» тигән һөнәри бәйгелә ҡатнашып, алдынғы унау иҫәбенә ингән.

Алсаҡ, һүҙгә әүәҫ Зилә Ҡади­рова менән оҙаҡ аралаштыҡ. Ул көндәлек эштә бар яҡлап ярҙам иткәне өсөн район үҙәк дауаханаһы етәкселәренә һәм табиптарына, айырыуса Прогресс ауылындағы медицина учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре Альбина Балтаева, Алик Захаров, Эльвира Миңғәлиева, Глүзә Фәрхетдиноваларға ҙур рәхмәтле. Киң күңелле кеше шулай тәүҙә башҡаларҙың яҡшылығын иҫкә төшөрә бит.

Зилә Ираф ҡыҙының үҙе хаҡында ла ауылдаштары маҡтау һүҙҙәре яуҙырҙы. Бурыстарын намыҫ менән башҡарыуын, сирлеләрҙе йылы һүҙҙәре менән дә дауалауын билдәләнеләр. Фельдшер-акушерлыҡ пунктында өс тиҫтә йылдан ашыу хеҙмәтләндереүе менән бергә йәмәғәт эштәренең уртаһында ла ҡайнай икән ул. Ауылдаштары Зилә Ҡадированы 1993 йылдан бирле урындағы Совет депутаты итеп һайлап килә. Уңған ханым биләмәлә тәүгеләрҙән булып «тимер ат»ты ла йүгәнләгән. Йорт-ҡураһы ялтлап тора, ире Айҙар Заһир улы менән күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, йәшелсә, еләк-емеш үҫтерәләр.

– Эш күп булһа ла, китап уҡыр өсөн ваҡыт табырға тырышам, – ти Зилә Ираф ҡыҙы. – Шулай уҡ сәйәхәт итергә яратам. Ғаиләбеҙ менән бергәләп Башҡортос­тандың, Пермь крайының иҫтәлекле урындарына сәйәхәт ҡылдыҡ. Сәфәрҙәрҙе киләсәктә лә дауам итмәксебеҙ.

Тракторсы, быймасы, гармунсы...

edit

Нуриәхмәтовтар – ауылда иң хөрмәтле ғаиләләрҙең береһе. Эшһөйәрлеге, алсаҡлығы, ярҙамсыллығы менән ихтирам ҡаҙанған улар.

Ғаилә башлығы – туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлаған хеҙмәт ветераны Шәмсиәхмәт Миңләхмәт улы – ишле ғаиләлә үҫкән, бала сағы, үҫмер йылдары һуғыш осорона тура килгән. Бик иртә колхоз мәшәҡәттәренә сумған ул. Ты­рышлығы менән алдырған егетте Байғужалағы МТС-ҡа тракторсы-механизатор һөнәрен үҙләш­те­рергә ебәргәндәр. Шунан алып ҡырҡ йылдан ашыу һәр яҙҙы, һабантурғай йырын тыңлап, бу­раҙнала ҡаршылаған. Һуңғы башаҡтар һуғылып, бәрәңге-сө­гөлдөр йыйылып, яманһыулап ҡалған баҫыуҙар туңға һөрөл­гәнсә ҡырҙан ҡайтып инмәгән. Совет осоронда колхоздағы бөтөн төр маркалы трактор һәм комбайнда эшләгән, малсылыҡҡа ла хеҙмәт һалған. Иген ҡыр­ҙарында күп йылдар алдын­ғылыҡты ҡулдан ысҡындырмаған ир-уҙаман бихисап маҡтау ҡағыҙына, бер нисә биш йыллыҡ һәм Социалистик ярыш алдын­ғыһы билдәләренә, миҙалға ла­йыҡ булған. 1981 йылда Бала­ҡатай районы эшсәндәренә ярҙам иткәндә, СКД-5 комбайны менән дүрт көндә бер мең центнерҙан ашыу ашлыҡ һуғып, башҡаларға өлгө күрһәтеүе хаҡында «Икмәк һәм кешеләр» очерктар йыйынтығында ла телгә алынған.

Уңған кеше һәр яҡлап оҫта була бит. Шәмсиәхмәт ағайҙың да ҡулынан килмәгән эше юҡ. Ярты быуаттан ашыу ваҡыт быйма баҫҡан, таһыллыҡ, түҙемлек талап иткән шөғөлөнән бушауына өс кенә йыл. Йыр-моңға ла әүәҫ, йәш сағынан гармунсы тигән даны бар. Үҙе күп йылдар йылҡы тотҡан, ҡаҙылыҡ етештергән.

Шәмсиәхмәт ағай менән Нәфисә апай дүрт ул үҫтергән. «Атанан күргән – уҡ юнған», тиҙәр бит: малайҙарҙың барыһы ла техника ярата. Иркен ялан-ҡырҙарҙа буй еткергән улар. Берәр йыл ғына комбайнер ярҙамсыһы булып эшләп, икенсе урып-йыйыу осоронда үҙҙәре «баҫыу карабы»ның төп хужаһына әйләнгән. Бәлки, донъя үҙгәрмәй, тормош элеккесә дауам итһә, әле ир уртаһына еткән Нуриәх­мәтовтар колхозда төп бурыстарҙы үҙ иңендә тартыр ине. Ләкин, яҙмыш ҡушыуылыр, өсәүһе сит тарафта ғүмер итә. Быйыл йәй алтын юбилейын билдәләйәсәк Альфред ҡына тыуған ерен ташламаған. Ун бишен тултырыр-тултырмаҫ үҙаллы комбайнға ултырған, унан тиҫтә ярым йылдан ашыу «КамАЗ» машинаһында көндө төнгә ялғап эшләгән, район кимәлендә алдынғы булып танылған. Ҡарман ГРЭС-ында эшләүенә лә 20 йыл тулып килә.

Ир-уҙамандың Ватан алдын­дағы хәрби бурысын лайыҡлы үтәгәнен дә әйтеү кәрәктер. Уҙған быуаттың 80-се йылдарында һалдат итеге кеймәгәндәргә кәмһетеберәк ҡарау һаман бар ине әле, айырыуса ауылда. Альфред күптәр ынтылған Хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итә, океан буйлап меңләгән миль үтә. Диңгеҙселәр өсөн ныҡ ҡәҙерле булған «Йыраҡ поход өсөн» билдәһен тағып, өлкән матрос дәрәжәһендә ҡайта ул ауылына. Өлгөлө хеҙмәте өсөн дәртләндереү сифатында хәрби часть байрағы янында төшөрөлгән фотоһын йәшлегенең матур иҫтәлеге итеп һаҡлай.

Альфредтың ҡатыны Гөлйөҙөм – Миәкә районының Мәнәүезтамаҡ ауылынан. Янбарисҡа «таш булып» төшкән килен ул. Өс тиҫтә йылға яҡын хеҙмәт стажы булған юғары категориялы уҡытыусы Киҫәкҡайын мәктәбендә урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә.

Улдары Нәфис менән ҡыҙҙары Илүзә үҙаллы тормош көтә. Төп эштәренән тыш, йәмәғәт мәшәҡәттәренә лә егелгән улар. Фермер йөгөн дә тартып ҡарағандар. Мал ҡарап, йәшелсә үҫтереп, ергә ныҡлы баҫып йәшәй йәш Нуриәхмәтовтар. Өлкәнәйә барған ата-әсәһен дә хәстәрлектән айырмайҙар.

Ә эшһеҙ тора алмаған атайҙары шәхси техникаһы менән йыл әйләнәһенә урындағы «Юлдаш» хужалығына ярҙам итә, ҡыш юл таҙалауҙы тулыһынса үҙ өҫтөнә алған. Бының өсөн ауылдаштарынан рәхмәт һүҙҙәре генә ишетә. Яҡшылыҡ ерҙә ятып ҡалмай шул.

Ҡул эшенең көсө ниҙә?

edit

Төп хеҙмәтен теүәлләп, хаҡлы ялға сыҡҡандарҙың күбеһе күңеленә яҡын шөғөл таба. Кемдер йәш сағындағы эшен дауам итһә, бәғзеләр яңыға ылыға. Нисек кенә булмаһын, был йәһәттән һиҙелерлек уңышҡа өлгәшкәндәр бихисап. Йәзилә Рамазанованы шундайҙарҙың рәтенә индерер инем.

Улар ире Рәшит ағай менән оҙаҡ йылдар Себерҙә эшләгән. Хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған ауылына ҡайтып төпләнгәндәр. Заманса йыһазландырылған иркен йорттарының диуарҙары Йәзилә ханымдың ҡул эштәре менән биҙәлгән. Уңған ҡатын элегерәк үҙенә һәм яҡындарына кейем бәйләгән булһа, хәҙер сатрашлап сигә. Махсус һатылған формалар нигеҙендә әллә күпме ҡул эше өлгөһө әҙерләгән: мендәр тыштары, һөлгө, таҫтамал, ашъяулыҡ, тәбиғәт күренештәре, натюрморттар... Дуҫ-ишен, таныштарын да үҙе тыуҙырған матурлыҡты бүләк итеп ҡыуандыра Йәзилә ханым. Ҡул оҫтаһын районда яҡшы беләләр. Уның хаҡында «Яңауыл таңдары» гәзитендә яҙып сыҡҡандар, урындағы телевидениенан күрһәткәндәр. Йәзилә ханымдың ҡул эштәре өлгөләре Өфөләге күргәҙмәгә лә ҡуйылған. Ауыл уңғаны саранан Рәхмәт хаты алып ҡайтҡан.

Ошондай маҡтау һүҙҙәрен яуҙырһалар ҙа, Йәзилә Рәсих ҡыҙы эш һөҙөмтәһен тыйнаҡ баһалай.

– Сигеү менән мауығыу күңелгә тыныслыҡ бирә, – ти ул. – Хеҙмәт өлгөләренең башҡаларға ла оҡшауына, әлбиттә, ифрат шатмын. Ҡулыма алған һәр яңы эшемә йөрәк йылымды ҡушам.

Шулайҙыр. Бөтөн күңелде һалып, юғары кимәлдә башҡарған эш кенә матур һөҙөмтә бирә бит.

Ҡул оҫтаһының өйҙә, йорт-ҡурала башҡа мәшәҡәттәре лә бихисап. Ғаилә ҙур баҡсаһында кәрәкле барлыҡ йәшелсә-емеште үҫтерә. Йорт бүлмәләрендә күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләр «йылмая». Шулай тормоштан йәм, тәм табып, ҡыйынлыҡтарға зар­ланмай, ҡунаҡҡа ҡайтып торған балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә күңел йылыһы өләшеп ғүмер итә хеҙмәт ветерандары. Быға уларҙың аҙнаһына ике тапҡыр Яңауыл ҡалаһындағы бассейнға йөрөүен, ҡыш саңғыға баҫыуын да өҫтәһәң, һоҡланыуҙан башҡаға урын ҡалмай.


Ансар НУРЕТДИНОВ.


Яңауыл районы.


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.