- Ғашиҡ булдым, апай, ғашиҡ булдым,
Ғашиҡ булдым, апай, үлептәр!
Ер йөҙөндә-
юҡ! -
Йыһанда хатта
Осрамайҙыр уның кеүектәр! -
Ах, осона ҡыҙый күбәләктәй,
Йондоҙ кеүек балҡый күҙҙәре,
Шатлыҡтары һыймай эстәренә,
Илаһиҙай күреп үҙ йәрен.
Камиллығы - камилдарҙан камил,
Кәмселеген эҙләп булашмай,
Егетендә кескәй осҡондо ла
Ул ҙурайта белә ҡояштай.
Шул ҡояштан һуҡырайып үҙе
Бер ни күрмәй, бер ни ишетмәй,
Һөйгәненән бар ҙа йөҙ артыҡтар -
Береһен дә әммә иш итмәй.
... Туйҙар уҙҙы. Ир ҡатыны булып
Үтеп бара ҡыҙый йәнәштән,
Ҡараш һүнгән... Аҙымдары ауыр...
Нуры киткән нурлы кәләштән.
Ах, осондоң, ҡыҙый, күбәләктәй,
Оло һүҙен һалып тапаның,
Ғашиҡ булдың үлеп, үлеп-үлеп,
Тик мөхәббәт кенә тапманың.
Ғишыҡ-ғишрәт - ял-ҡойроҡһоҙ уттыр,
Йүгәнләмәй тотһаң - көл итер,
Тик буйһонған атта елеп була,
Йәшәп була матур көн итеп.
Йәр һайлама һуҡыр- һаңрау булып,
Үҙеңә тиң булһын һөйгәнең,
Мөхәббәткә нигеҙ - ғашиҡлыҡ та,
Ғашиҡлыҡтың аҡыл - йүгәне.