Йәсмин. Тамара Искәндәриә

Йәсмин (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Йәсмин


Йәсмин ҡыуағына ай төшкәнме,
Әллә күктә — йәсмин нурымы?
Донъя айҡалғанда,
Күңелемдең
Данымы һин, һөйөү, хурымы?

Моңһоу йәсмин,
Моңһоу ай яҡтыһы —
Булмышымдың сәйер балҡышы.
Береһе, өҙөлөп, ерҙә тапалғанда,
Береһенең күктә алҡышы.

Йәсмин, йәсмин,
Ҡап-ҡараңғы төндә
Шатлығыма, ойоп, күмеләм.
Яҡты миңә ошо ҡараңғылыҡ.
Яҡты минең, йәсмин, күңелем!