Йәшел күҙ. Тамара Искәндәриә


Йәшел күҙ (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Йәшел күҙ


Тәүтормош урманы.
Кейемһеҙ һин дә мин
Йөрөйбөҙ тат итеп
Еләктәр һут-тәмен.

Саҡ ҡына ҡапланған
Тәндәрҙең сафлығы!
Олондан олонға
Йүгерәм, ҡаҡлығып.

Был оло урмандар
Беҙгәме, тим, фәҡәт?
Йәшенәм. Эҙләйһең.
Алынды бит тәҡәт!

Тапһаңсы, тапһаңсы!
Нығыраҡ йәшенәм.
Сыҡмаҫмын, ҡурҡмаҫмын
Мин хатта йәшендән.

Ах, күрҙең! Шымтайҙым,
Йыйып бар түҙемде.
Тик... был һин түгелһең...

Бейектән, түбәндән,
Һәр ҡыуаҡ төбөнән,
Һәр йәнлек өңөнән
Ҡарай бер оло йән
Йәм-йәшел күҙ менән,
Йәм-йәшел күҙ менән...