Йәшәй алмаҫ инем мин һинһеҙ…Фирүзә Абдуллина.


Йәшәй алмаҫ инем мин һинһеҙ… (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 12.04.2014.. Нәшер ителгән: 02.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән. “


* * *


Бер туҡтауһыҙ иғтибарҙы һорап,
Минән ниҙер талап итмәйһең,
Мине солғап алған хәстәреңә
Яуап итеп, рәхмәт көтмәйһең.

Эсер һыуым, һулар һауам кеүек,
Бар тормошом һиңә бәйләгән,
Яҡты йылмайыуың, наҙлы һүҙең –
Ул ғәҙәти хәлгә әйләнгән.

Урамдағы буран – буран түгел,
Ҡойма ямғыр түгел ҡурҡыныс:
Ел-бурандан, ғәйбәт-рәнйештәрҙән
Яҡлар һинем булғас, йән тыныс.

Баҫһам, аҙымдарым ышаныслы,
Йоҡлар түшәктәрем уңайлы,
Һин булғанға, минең йәнем тыныс,
Көнөм – ал ҡояшлы, төн – айлы.

Абынғанда иңдәремдән тотоп,
Үрләгәндә бирәң ҡулыңды,
Ҡар яуғанда, көрәп таҙартаһың,
Яҡтыртаһың төндә юлымды.

Шулай тейеш кеүек, өйрәнелгән.
Өйрәтелгән икән кемебеҙ?
Мине өйрәткәнһең – һин яуаплы!
Йәшәй алмаҫ инем мин һинһеҙ…

Хоҙайыма көн дә рәхмәт әйтәм:
Күҙ теймәһен беҙҙең усаҡҡа,
Һинең менән көнөм башланһын да,
Тамамланһын һинең ҡосаҡта…