Йәшәү тора бары бөгөндән.Фирүзә Абдуллина.


Йәшәү тора бары бөгөндән. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 10.07.2014.. Нәшер ителгән: 02.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән. “


* * *


Алда күпме ғүмер барын белһәм,
Мин өлгөрөр инем, моғайын,
Һоҡланырлыҡ итеп үткәрергә
Һәр миҙгелен, көнөн, һәр айын.

Донъя күреп, ерҙәр гиҙер инем,
Йәшәүҙәрҙең белеп ҡәҙерен,
Үҙем эшләр инем күп нәмәне,
Көтөп ятмайынса әҙерен.

Күңелемә ятҡан кешеләрҙе
Мин саҡырыр инем йышыраҡ,
Ваҡытымды ҡабат бүлер инем,
Үҙем өсөн итеп бушыраҡ.

Өр-яңынан уҡып сығыр инем
Күңелемә ятҡан томдарҙы…
…Ниңә үкенергә? Мин былай ҙа
Йәшәйем бит эшләп быларҙы!

Мин былай ҙа, әрәм-шәрәм итмәй,
Шатлыҡ, бәхет табып һәр көндән
Йәшәп ятам. Иҫтә һәр саҡ тотам:
Йәшәү тора бары бөгөндән.