Дошман яуы ҡотороп, уттар бөркөп,
Илебеҙҙе ҡаплап килгәндә,
Сит илдәргә ҡасҡан йыртҡыс байҙар,
Илебеҙгә кире ингәндә.
Дошман сафтарына дәһшәт һалып,
Йәш батырҙар Совет сиктәренә ташланды.
Бөтә байҙар йыртҡыс дошмандарҙы,
Ил йөҙөнән һепереп ташланы.
Тар-мар итте, ҡыйратты, ҡырҙы
Бөтә дошмандарҙы тар-мар иткән
Йәш талымһыҙ ҡыҙыл ғәскәрҙәр.
Поста тора илдең сиктәрендә,
Алмашҡа беҙ үҫәбеҙ миллион йәштәр
Иркен совет иле ерендә.
Ҡыҙыл ғәскәр йәшә, мәңге йәшә,
Илебеҙҙең ҡорос терәге,
Ҡыҙыл ғәскәр йәшә мәңге йәшә,
Илебеҙҙең батыр йөрәге.