Йәш хужа. Гүзәл Ситдиҡова

Йәш хужа



Олатайҙың һөртөп ҡуйҙым
Ҡатаһын,
Белеп торам кистән һуңлап
Ҡайтаһын.
Йома намаҙына тиеп
Киткәйне,
Сыҡҡан саҡта маңлайымдан
Үпкәйне:
- И инсафлы, мөхәббәтле
Бала һин,
Иң өлкән ир булып өйҙә
Ҡалаһың,
Мин ҡайтҡанса тәртип һинең
Өҫтә, - тип, -
Бар ҡылғаның булһын яҡшы
Төҫтә, - тип,
Миңә бурыс һалып китте
Олатам,
Донъя көтә беләм инде,
Былайтам:
Һеңлеләргә -
Иҙән йыуыу,
Ҡустыларға -
Быҙау ҡыуыу,
Ә үҙем ярам утын,
Утын бит - өйҙөң ҡото.
 


2012