Йөйәгем. Гүзәл Ситдиҡова

Йөйәгем



Йөҙ шишмәлә йөҙөн йыуған
Йөйәгем саф нур ғына,
Тау биттәрен йөйләп, көйләп
Күпме инеш урғыла
Ярһып аға Һилеғорғо
Уйсан йылға Йөйәгем,
Кейек-ҡошо уйнап торған
Тау-урманлы төйәгем.
Селтәр ҡапҡасыл тәҙрәләр,
Шау нағышлы – пәрҙәләр.
Семәрле ҡапҡалар тыңлай
Сер сискәнен йәргә йәр.
Инйәр буйының ҡыҙҙары
Һөймәлекле лә телдәр,
Үҙҙәренең ише һанап
Үрелеп ҡала гөлдәр.
Тау юлдары текә, урау,
Ҡаялар тора һынап,
Тик тауҙарға буйһонмайбыҙ,
Тауҙар беҙгә буйһона.
Тау һыуҙарын һыулағанға
Беҙҙә ярһыу йөрәктәр,
Ал бирмәйҙәр, ял белмәйҙәр –
Бигерәк уңған йөйәктәр,
Янып йәшәй йөйәктәр…
Янып йәшәр йөйәктәр…


2012