Дауыл килде.
Ҡара болоттарҙан
Йәшен-уҡтар ергә атылды.
Ергә яуа эре борсаҡ ҡына –
Түҙемлеге елдең ватылды.
Йоҙроҡтарын төйөп тәҙрә ҡаҡты,
Ҡыйыҡтарҙы алып осорҙо,
Ҡапҡаларҙы шап-шоп асып-япты,
Мөрйәләргә килеп тондорҙо.
Асыулы ел, әсе һыҙғырҙы ла,
Йәшен-дуҫын янға саҡырҙы,
Асыу ялҡынына сыҙай алмай
Бар тирә-яҡ янды шытырҙап…
Ғәиләбеҙ йорто күптән шулай
Янып ҡалыр ине күмергә,
Әгәр мин дә йәшен уты булһам,
Ел артынан сабып йүгерһәм.
Ярай әле,
Һин ярһыған саҡта,
Йәшен ҡайтарғысым – йөрәк бар.
Барыһы ла һеңә өнһөҙлөккә,
Сабырлыҡҡа,
Йәнгә, үҙәккә…