Йөрәкәйем. Тамара Искәндәриә

Йөрәкәйем (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Йөрәкәйем


Йөрәкәйем, тимен һиңә,
Ә йөрәктә – йәрәхәт.
Йәндә һөйөү тамырланһа,
Мең ҡыйынға бер рәхәт.

Йәндә һөйөү тамыр йәйһә,
Ҡотолор бер сара юҡ.
Барлығыңды ҡармап ала,
Донъя ҡала тарайып.

Ысынбарлыҡ һиңә төбәй
Һынамсыл күҙ ҡарашын.
Мөхәббәтең өсөн һиңә
Артмаҡлата бар «аһ»ын.

Һин түҙәһең, сылатһа ла
Күҙ йәше яңағыңды.
Һөйөү өсөн ярмайһың һин
Ҡарлыҡҡан тамағыңды.

Һаҡ ҡына асып бағаһың
Күңелең түрекәйен.
Бәҫеңде тойоп әйтәһең:
Һөйөклөм…
Йөрәкәйем…