“Капитандар” икән беҙҙең ара,
“Капитандар” икән беҙҙең зат,
Бабаларым ҡалдырған аманат,
Яҡшы исем, түгел яманат.
Ғәскәриҙәр булған олатайҙар.
Диңгеҙ кискәндерме берәйһе?
Быуаттарҙың шаршауҙарын асып,
Шул бабамды килә күрәһе.
Йыһат һанап илде яҡлауҙарҙы
Нисә быуын нәҫел ҡан түккән,
Аҙау кискән, Парижды яулаған,
Берлин алған – шанлы юл үткән.
Ә беҙгә һуң, бабам, ни эшләргә?
Ғәрәсәттәр ялмай юлдарҙы.
Баҙарҙары төштө намыҫлының,
Алдашҡандың – баҙар юғары.
Караптарҙы тотҡан ҙур кит-балыҡ,
Хушһындырмай уны ҡорбандар.
Көн-төн халыҡ шыбаға тотоша,
Һәммәһе лә сират торғандар.
“Горбунок”тар хәҙер елмәй инде,
Уларға һуң бирһен кем фарман?!
“Горбачев”тар ғына тел сарлайҙар,
Бар дәрттәре – һүҙҙә, юҡ дарман.
Әй “капитан” бабам, ярҙам итсе,
Йәшел елкән көтәм таңымда.
Ә әлегә үҙем елкән тегәм –
“Капитан”лыҡ барҙыр ҡанымда.
1991