Кемебеҙ файҙалыраҡ?

Кемебеҙ файҙалыраҡ? (әкиәт)
автор Азат Хәлилов
Ижад итеү ваҡыты: 2001. Нәшер ителгән: 2006. Сығанаҡ: Башҡортостан китап нәшриәте "Әсе шәкәр" Азат Хәлилов


Әкиәт

Бер кистә ҡараңғы төшөп, күктә йондоҙҙар емелдәшә башлаған мәлдә, баҡсалағы йәшелсәләр үҙ-ара бәхәсләшә башлағандар, ти.

- Мин файҙалыраҡ! Мине көндә бәләкәс Гөлназ да, өләсәй ҙә- барыһы ла ашай!- тигән ҡыяр, мине етмәһә ҡышҡылҡҡа лә тоҙлайҙар, салат та яһайҙар.

- Иһи-һи-һи, һөйләнең һүҙ,- тип ҡушылған помидор. – бына күрерһең әле, мин бешеп етеү менән мине генә ашай башлаясаҡтар. Ә ҡышҡылыҡҡа мине лә тоҙлайҙар, салат та яһайҙар. Төрлө тәмләткестәр эшләйҙәр.

- Юҡҡа бәхәсләшмәгеҙ, иң файҙалыһы мин. Һеҙҙән айырмалы булараҡ минән тәмле итеп кәбеҫтә һурпаһы бешерәләр. Ҡыштырҙатып ашайҙар ҙа. Мин кешеләрҙең эсен йомшартам, эс-ҡарындарын таштарҙан, төрлө бысрыҡ ҡалдыҡтарҙан таҙартам,- тигән кәбеҫтә.

- Ә минсе, -тип ҡушылған кишер, -мин балаларҙы үҫтерәм. Миндә С витамины бигерәк күп. Коротин тип атайҙар уны. Мине, етмәһә, былау бешергәндә файҙаланалар. Ашҡа ла турайҙар!

- Һии, маҡтансыҡтар, тип һүҙ ҡушҡан һуған. Минһеҙ кешеләр бер аш та бешермәй. Мин микорбтарҙы юҡ итеп, кешеләрҙе төрлө йоғошло ауырыуҙарҙан һаҡлайым .

Улар шулай күктә йондоҙҙар һүнеп, шәфәҡ төшкәнсе бәхәсләшкәндәр. Картуф та, ҡабаҡ та, ҡуҙғалаҡ та- бөтәһе лә үҙен бик маҡтаған, ти. Шулай ҙа улар бер ҡарарға килгәндәр, ти. Кискә Ләйсән менән Гөлназ һыу һибергә килгәндә уларҙан һорарға. -Йә, кескәй дуҫтар, кем әйтә? Ҡайһы йәшелсә файҙалыраҡ? Бөтәһе ләме? Эйе, бик дөрөҫ, бөтә йәшелсә лә файҙалы ул.