Кем бай?(әкиәт). Башҡорт халыҡ ижады

Кем бай? ( әкиәт )
автор Башҡорт халыҡ ижады
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Китап",2006 йыл


Кем бай?


 Ярлы ғына бер егет эй зарлана икән:
— Хәйерселектән баш сыҡмай. Атай- әсәйем йүнле мираҫ та ҡалдырманы...
Уны ҡарт кеше тыңлап тора-тора ла былай, ти:
— Улай бик байығың килһә, юлын өйрәтәм. Ризалашһаң, алтын-көмөшкә күмәм.
— Ниндәй юл ул? — тип һикереп тора йәш егет. Ҡарт кеше әйтә:
— Мин ҡарт, һуҡырмын. Һат миңә күҙеңде, бер йөк алтын-көмөш бирәм.
Егет ҡойолоп төшә.
— Юҡ инде, күҙһеҙ ҡала алмайым, — ти. Баш тарта.
Ҡарт бай тағы ныҡыша:
— Улайһа, һат миңә ҡулдарыңды. Бер йөк алтынлы булырһың, — ти теге. Егеттең ҡото оса. Ҡулһыҙ ҡалырға һис риза түгел.
— Ә хәҙер аңланыңмы? Алтын-көмөштәргә биргеһеҙ байлығың бар: ҡабатланмаҫ йәшлегең, һаулығың. Ә һин ярлымын да ярлымын, тип кеше көлдөрәһең, — тигән ҡарт.
Егет шул көндән ең һыҙғанып эшкә тотона. Күп тә үтмәй, байып та китә.

 


2006 йыл