Кем бур?(көләмәс). Башҡорт халыҡ ижады

Кем бур? (көләмәс)
автор Башҡорт халыҡ ижады
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Кем бур?


 Дүрт кеше юлға сыҡҡан. Көн дә береһенең алтыны юғала икән. Бур кем һуң, тип улар Ерәнсә сәсәнгә килгән.
— Бур һеҙҙең арағыҙҙа, — тигән сәсән. Шырпы хәтле генә дүрт сыбыҡты быларға таратып биргән.
— Ошо сыбыҡтарҙы кеҫәләрегеҙгә һалығыҙ ҙа бер сәғәттән кире әйләнеп килегеҙ. Бурҙың сыбығы бер илегә оҙонайыр.
Билдәләнгән ваҡытта сәсән сыбыҡтарҙы йыйып ала. Юлсыларҙың береһе килтергән сыбыҡ бер илегә ҡыҫҡараҡ икән.
— Бур ошо булыр, — тигән сәсән.

 


1988 йыл