Тейен ҡыҙы Ҡупшыҡайҙың донъялағы бөтә йәнлектәр араһында иң сибәре булғыһы килә. Ул, үҙҙәре оялаған ҡарағай ботағынан ергә төшөп, күлгә ятҡан шәүләһенә ярҙан оҙаҡ- оҙаҡ ҡарап торорға ярата. Ҡабарынҡы ҡойроғон ылыҫ менән тарай. Үҙенән ләкин һис тә ҡәнәғәт түгел: «Бынау ҡойроҡ ниңә шул тиклем ялбыр икән?», «Бынау күҙҙәре ниңә төймәләй генә икән?»
Ҡыҙының үҙ ҡиәфәтенә эсе бошоуын күреп- һиҙеп йөрөгән әсәһе бер көндө:
— Үҙең булып ҡал, балаҡайым, һин минең өсөн былай ҙа иң матур бит,— тине. Шулай тине лә, кәрзин тотоп, бәшмәк йыйырға сығып китте. Ә Ҡупшыҡайҙың «үҙең булып ҡал» тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен бик-бик белгеһе килә ине. Хәҙер үк, ошо минутта уҡ. Берәйһе ярҙам итмәҫме икән, тиеп, Ҡупшыҡай урман һуҡмағы буйлап башы һуҡҡан яҡҡа юл тотто. Бына Терпе ағас төбөндә балаһына алма ашатып ултыра. Үҙе бәпесен:
— Йомшаҡҡайым,—тип һөйөп-һөйөп ала.
— Эй, хөрмәтле Терпе! һаумы!— тине Ҡупшыҡай.— Әйт әле, һин үҙеңме ул?
— Бына ахмаҡ Тейен балаһы,— тип аптыраны Терпе.— Энәләремде күрмәйһеңме әллә? Шул тиклем матур энә тағы кемдә бар, тиһең?
Бара торғас, уға, алан-йолан ҡаранып, йәнфарман сабып китеп барған Ҡуян осраны.
— Эй, хөрмәтле Ҡуян, бер минутҡа ғына туҡтап тор әле,— тип ҡысҡырҙы Ҡупшыҡай.— һорауым бар ине.
— һорауыңды тиҙерәк әйт,- арттан Бүре ҡыуып килә ята.
— Әйт әле, Ҡуян, һин үҙеңме ул?
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙем шул,- тине сабып хәле бөткән Ҡуян.— Үҙем булмаһам, Бүренән ҡурҡып тормаҫ инем.
Ҡупшыҡайҙың ҡурҡаҡтар менән дуҫ булғыһы килмәне, ары китте. Уға Ҡуянды ҡыуа килгән Бүре тап булды.
— Эй, хөрмәтле Бүре, һау ғынамы?— тине йомшаҡ ҡына тауыш менән Ҡупшыҡай, шөрләй биреп.— Әйт әле, зинһар, һин үҙеңме ул?
— Эш күп саҡта әллә ниндәй мәғәнәһеҙ һорау менән баш ҡатырма әле,— тине Бүре.
— Минең бик-бик белгем килә лә инде...
— Теңкәмә тейгәс, әйтәйем, мин Бүре түгел, Төлкө.
— Нисек инде!
— Ышанмайһыңмы ни?— тине лә өҫтөндәге тунын сисеп ырғытты.
Ҡупшыҡайҙың иҫе китте: алдында Төлкө баҫып тора.
— Ҡуяндың ҡотон алыр өсөн Бүренең тунын урлап кейеп алдым бит мин, һармаҡ баш!—тип көлдө Төлкө.— Теңкәмә тейеп торһаң, һине лә төп башына ултыртып китермен.
— Тимәк, һин үҙең түгел инде?— тип ныҡышты Ҡупшыҡай.
— Хәҙер үҙем инде, Бүренең тунын систем бит.
— Эй, һине аңлап та булмай. Әле генә үҙең түгел инең, хәҙер үҙең,— тине лә Ҡупшыҡай хәйлә тоҡсайы янынан һыпыртыу яғын ҡараны...
Тейен ҡыҙы, аңламаҫһың был донъяны тип, ҡайтыр яҡҡа ыңғайланы.
Әсәһе бәшмәк йыйып алып ҡайтҡан икән. Ҡупшыҡай уға урманда нимәләр күргәнен һөйләп бирҙе. Әсәһе унан:
— һинең Терпе булғың киләме?— тип һораны.
— Эй... сәнскеле.
— Ә Ҡуянға оҡшағың?
— Ҡуй әле, ҡурҡаҡ бигерәк.
— Бәлки, Төлкө кеүек хәйлә тоҡсайы булғың киләлер?
— Юҡ! Ул — алдаҡсы.
— Улайһа, үҙең булып ҡал. Килештекме?
—- Ә мин ниндәй һуң ул, әсәй?
— Үҙең уйлап ҡара әле.
Ҡупшыҡай уйға ҡалды. Ысынлап та, ниндәй һуң әле ул?