Кем нимәгә өйрәтә?(әкиәт). Сәрүәр Сурина

Кем нимәгә өйрәтә? (әкиәт)
автор Сәрүәр Сурина
Ижад итеү ваҡыты: билдәһеҙ. Нәшер ителгән: 2002 йыл. Сығанаҡ: "Аҡбуҙат" журналы №4,2002 йыл


Кем нимәгә өйрәтә?


 Бер иркә Ҡуян балаһы әсәһенә мыжый икән:
— Минең батыр булғым килә.
— "Ҡаҙау тешле Бүре өйрәтер, — ти әсәһе.
— Минең йылғыр ҙа булғым килә!
— Елдән етеҙ Төлкөнән өйрәнерһең, —
ти әсәһе,
— Минең һаҡҡолаҡ булғым килә! — тип ныҡыша Ҡуян балаһы.
— Төн мәскәйе Өкөнән дә һәйбәт өйрәтеүсе булмаҫ, — ти икән әсәһе.
Ысынлап та, оҙаҡ та үтмәгән, Ҡуян балаһы үҙе батыр, үҙе йылғыр, үҙе һаҡҡолаҡ булып киткән, Ә нисек икән?


2002 йыл