Кем нимә менән бүлешә? Фирүзә Абдуллина.


Кем нимә менән бүлешә? (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 05.12.2014. Нәшер ителгән: 07.12.2014. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


Кем нимә менән бүлешә?


Бик йыш ҡына әсәйемдең
Һүҙҙәре иҫкә төшә:
“Һәр кем, балам, нимәгә бай –
Шуның менән бүлешә.”

Бар донъяға һөйөү менән
Тибә ине йөрәгем,
Дошманһыҙ ғына йәшәргә
Эй ҙур ине теләгем!

Эшләһәм бары изгелек,
Ҡайҙан булһын дошмандар?
…Дуҫ булғас, дошман була, тип
Хоҙай үҙе ҡушҡандыр…

Изгелеккә изге менән
Яуап биреүселәр бар,
Рәхмәт әйтеү урынына
Артҡа тибеүселәр бар.

Ҡурҡып ҡуям: аҡыл еңеп,
Йөрәкте тыйып ҡуйһа?
Ҡайнар йөрәгем, һыуынып,
Рәнйештән туңып ҡуйһа?

Яуызға яуап бирәм тип,
Эҙләйем ҡай саҡ сара…
Тимәк, мин дә уның кеүек?
Тимәк, мин дә бер сама?!

…Бүлешәм йылмайыу менән,
Өләшәм йылы һүҙҙәр,
Таратам йөрәк хисемде…
“Бүлешһәң – арта,”- тиҙәр.

Артһын әйҙә ерҙә шатлыҡ!
Йөрәгем бай һөйөүгә!
Кем нимә менән бүлешә?
Биҙәргә килдем ергә!


05.12.2014