Кендек бауы. Тамара Искәндәриә

Кендек бауы (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Кендек бауы


Алҡынланып артта ҡалды
Уй диңгеҙем,
Хәсрәт тауым,
Ярты быуат үткән саҡта
Ҡырҡылғанға кендек бауым.

Һөйөү өсөн йәшәнем мин,
Ҡоторғанда ғүмер дауы,
Тик ҡотҡарып ҡалды йәнде
Иманымдың кендек бауы.

Өмөттәргә йән өрҙөк беҙ,
Йәшәү тигән көскә күндек.
Тоташ ҡалған өсөн, әсәй,
Арабыҙҙа
Рухи кендек.