Кескәй һыбайлы(хикәйә). Степан Злобин

Кескәй һыбайлы(хикәйә). Степан Злобин ( хикәйә )
автор Степан Злобин
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Кескәй һыбайлы


 Юлайҙың өсөнсө улы Салауат бик уйсан малай булған. Күп һөйләп бармаған. Сәғәттәр буйына турғай, аҡ сәпсек, ҡарлуғастар осҡанын күҙәтеп ултырған. Йылға ағышы ла уны уйға һалған. Ҡыҙҙар һымаҡ, сәскәләрҙән күҙен алмаған. Улына ҡарап:
— Малай тигәнебеҙ, әллә ҡыҙыҡай инде?— тип йыш ҡына әйтер булған атаһы Юлай.
Салауат әкиәттәрҙе онотолоп тыңлаған. Үҙе лә ҡоштар, бөжәктәр, сәскәләр менән һөйләшергә яратҡан. Ул, болонлоҡтағы умарталыҡҡа барып, ҡорттарҙың безелдәүен дә тыңлай икән. Хатта ҡулында ла тотоп торған уларҙы. Ҡорттар малайҙы саҡмаған, киреһенсә, уның бармаҡтары ҡағылыуҙан рәхәтләнеп китә икән тегеләр. Ҡарап туйғас, Салауат уларҙы осороп ебәргән.
Улының нескә күңелен тойған атаһы йыш ҡына:
— Ҡыҙыҡай был, торғаны ҡыҙыҡай!— тип көйәләнер булған.— Нисек кенә итеп ат менер инде?
Ваҡыты еткәс, атай кеше улын эйәргә ултыртҡан. Уға йүгәнде ныҡ тоторға ҡушҡан да үҙе атты ҡыуалаған. Кескәй һыбайлының һөйөнөстән йөҙө балҡыған. Өлкәнерәк малайҙарҙан отоп алған егетлек менән: «На-на-на!»— тигән дә Салауат йүгән осо менән атҡа һуға һалған. Ат тертләп ҡуйған.
— На-на-на!— тип тағы ла күңеллерәк итеп ҡысҡырған Салауат, атына йәнә бер һелтәгән.
Атаһы, ҡурҡа төшөп, аттың ауыҙлығына ынтылған. Ә аҡыллы хайуан әкрен генә кешнәгән дә Салауатты уйнатҡан һымаҡ ҡына итеп, ун аҙымдай ерҙе яй ғына юртып үткән.
Бәхетле атай улын эйәрҙән күтәреп төшөргән дә:
— Ҡыҙыҡай буламы һуң, ысын егет бит был!-— тип ҡосаҡлаған.


1996 йыл