Кил (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (40-сы бит) ISBN 5-295-03798-3


КИЛ


Кил!
Ваҡытлыса түгел, мәңгелеккә.
Даным өсөн түгел, йәнемә.
Шифа  ҡулдарыңдан  йәм ерекһен
Ҡорғаҡһыған  иркә  тәнемә.

Кил!
Матурлығым түгел, күңелем нуры
Ҡамаштырһын күҙең, зиһенең.
Изгелектәр – бүләктең иң ҙуры,
Иң наҙлы һүҙ – “Һөйәм!” тиеүең.

Кил!
Йәшлегеңдең йәшел утрауында
Гәлсәр һарайҙарҙа көтәмен,
Йөрәгемдә Ҡояш, таң тылсымы,
Шау сәскәлә  күңел-түтәлем.

Кил!
Башҡаларға гонаһ тойолһа ла
Мөхәббәт саф,  һөйөү гонаһһыҙ,
Тиҫтә йылдар буйы  эҙҙән килдең –
Мин тотолам һиңә,  һунарсым.
Кил! Мин көтәм!
Ярат, наҙла мине
Танһыҡтарың ғына  булғансы!



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.