Килер бер көн…Фирүзә Абдуллина.


Килер бер көн… (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 2013.. Нәшер ителгән: 09.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Юҡ-бар өсөн генә үпкәләшеп,
Әрәм үткәрәбеҙ ғүмерҙе,
Оноторға, кисерергә бирмәй,
Тоҡандырып һүнгән күмерҙе.

Түкмәй-сәсмәй үпкә-рәнйештәрҙе,
Ҡәҙерле мал кеүек һаҡлайбыҙ,
Үҙебеҙҙе һәр саҡ аҡлайбыҙ,
Ғәйеп-хатабыҙҙы яҡлайбыҙ.

…Килер бер көн: бөтә үпкәләрең
Хәтереңдән төшөр юйылып,
Иҫкә төшөр бөтә изгелегем,
Һәм тормаҫһың ул саҡ тыйылып:

Күҙ йәшеңде түгеп, үкенерһең,
Хата-яңылышыңды аңларһың,
Ергә тубыҡланып, йәш түгерһең…
Намыҫыңды нисек алдарһың?
                      Мин үлгәс…