Килтер. Шәйехзада Бабич

КИЛТЕР (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Сығанаҡ: «Йәш Башҡортостан. Зәңгәр йырҙар» китабы. 1917-1918.

Бабич Шәйехзада. Беҙ үҙебеҙ — башҡорттар: шиғырҙар, поэмалар, фельетондар, мәҡәләләр, хаттар, көндәлектәр. — Өфө: Китап, 1994. — 640 бит.



КИЛТЕР


Тәрилкәгә күмәсеңде өйөп килтер,
Бабич ағай, ашап бөтөр, тиеп килтер;
Килтергәндә йырлап килтер, бейеп килтер,
Шәйех ағай ашаһын, тип, һөйөп килтер.