Википедия – виртуаль донъяның иң күләмле проекттарының береһе. Маҡсаты – Ерҙәге бөтә телдәрҙә тулы энциклопедия булдырыу. Унда ингән һәр мәғлүмәт кешелек тарихына мәңгелеккә инеп ҡаласаҡ. Википедияны төҙөү эшмәкәрлеген «Викимедиа» коммерцияға ҡарамаған партнерлыҡ ойошмаһы координациялай, энциклопедияның мәҡәләләрен донъяның ирекмәндәре яҙа – ысын мәғәнәһендә халыҡсан проект ул. Унда ингән мәғлүмәттәр башҡа телдәргә лә тәржемә ителә. Телде һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән был проекттың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур. Бындай проекттан ситтә ҡалыу заман арбаһынан төшөп ҡалыуға тиң булыр ине.
Википедия 2001 йылдың 15 ғинуарында инглиз телендә рәсми асыла. Әлеге көндә 770 телдә эшләнә. Шуларҙың 277-һе үҙ аллы проект статусына эйә. Башҡорт Википедияһы 2005 йылдың 16 апрелендә үҙаллылыҡ ала.
Шөкөр, Башҡорт Википедияһы бар, үҫә, тулылана. Быйыл уға 10 йыл тула. Юбилей айҡанлы «Вики-һабантуй-2015» тигән саралар йыйылмаһы ғәмәлгә ашырыла башланы. Әле ирекле энциклопедияға мәҡәләләр яҙыу һәм башҡа телдәрҙә булғанды тәржемә итеү буйынса конкурс бара. Башҡорт Википедияһында теркәлеп, был бәйгелә һәр кеше ҡатнаша ала. Еңеүселәргә аҡсалата бүләктәр ҡаралған.
Йәнә «Вики-Һабантуй-2015»тең логотибын, Башҡорт Википедияһының тантаналы логотиптарын эшләү, Викигид проектында башҡортса һөйләшлек төҙөү сараларын ойош- тороу күҙҙә тотола. Ә 24 – 26 апрелдә «Википедия һәм мәғлүмәт йәмәғәтселеге» тигән халыҡ-ара асыҡ ғилми- ғәмәли конференция үтәсәк. Унда белемде ирекле таратыу теорияһы һәм ғәмәлиәте, идеологияһы һәм технологияһы мәсьәләләре, башҡа виртуаль белем сығанаҡтары темалары ҡараласаҡ. Сарала донъя кимәлендә билдәле ҡунаҡтар ҡатнашыуы көтөлә. Әйтәйек, Викимедиа фондының Телдәр комитеты ағзаһы, программист, лингвист Әмир Аарони (Израиль) ҡатнашыусылар исемлегенә теркәлгән. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән Википедияның башҡа телдәрҙәге проекттарын эшләүселәр, шулай уҡ үҙебеҙҙең энциклопедияны ижад итеүсе ирекмәндәр сығыш яһаясаҡ. Ошо юҫыҡтағы уй-фекерҙәре, тәҡдимдәре менән уртаҡлашырға теләгән һәр кем был конференцияла ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә.
Башҡорт Википедияһының 10 йыллығына арналған сараларҙың сығымдарына Һөбә йыйыу иғлан ителгән, ярҙам итергә теләге булған һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала. Башҡортостан ауыл-ҡасабалары, ҡалалары тураһындағы бүлекте тулыландырыу айырыуса көнүҙәк эш булып тора. Башҡорт Википедияһын булдырыуҙа әүҙем эшләгән ғалимә Гүзәл Ситдиҡова был ғәмәлде атҡарыу тәртибен аңлата: «Гуглда Башҡорт Википедияһынан ауыл-ҡасабағыҙҙы, ҡалағыҙҙы атамаһы аша эҙләп алығыҙ ҙа, асылғас, иғтибар менән ҡарап сығығыҙ. Мәҡәләне тотош асып та, бүлектәрен генә асып та төҙәтергә, тулыландырырға була. Нисек асырғамы? Өҫтә Үҙгәртергә тигән яҙыу күрерһегеҙ. Шуға баҫһағыҙ, мәҡәләгә инәһегеҙ. Теләгән нәмәне яҙып ҡуйырға була. Бүлек өҫтөндәгеһе шул бүлекте генә аса. Яҙып бөткәс, Яҙҙырып ҡуйырға тигән функцияға баҫаһығыҙ». Башҡорт Википедияһына ҡарата бөтә мәғлүмәтте, һылтанмаларҙы «Бәйләнештә» сайтындағы vk.com/bash_wikipedia битендә табырға була. Интернетта донъя күләмендәге проекттарҙан беҙгә тағы ла йәһәтерәк Гугл тәржемәсеһенә ҡушылыу фарыз. Әле унда дүрт төрки тел ингән. Эш, Башҡорт Википедияһы администраторы Рөстәм Нурыев әйтеүенсә, «бер нисә йыл ваҡыт талап итәсәк. Бының өсөн миллиондарса һөйләмдән, һүҙбәйләнештән торған бол төҙөргә, бер нисә тел менән параллель булған текстар базаһы эшләргә кәрәк». Википедияны киләһе быуындарға иң ҡиммәтле мираҫыбыҙ итеп эшләйек. Үҙен башҡорт тип һанаған, башҡорт телендә һөйләшкән йә башҡорт телен өйрәнергә теләгән, халҡының тарихы, ижады, шәхестәре, эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһынған һәр кем өсөн ул оло хазина булыр.
Әлфиә АҠБУТИНА.