Киреһен әйт!(шиғыр). Тамара Ғәниева

Киреһен әйт! ( шиғыр )
автор Тамара Ғәниева
.Нәшер ителгән: 1993 йыл. Сығанаҡ: "Ҡондоҙ ҡойроғо ".-Өфө"Китап ",1993 йыл


Киреһен әйт!


 Бик матур һүҙ беләм — «яҡшы».
 Киреһе ниндәй һуң?— («яман»).
 Мин һиңә әйтәмен — «дөрөҫ».
 Тиҫкәре яуап бир — («ялған»).
 Бик насар һүҙ беләм — «ҡурҡаҡ».
 Ҡаршы кил һин миңә — («батыр»).
 «Көртлө юл» тигәнгә рифмалап,
 Киреһен әйт әле — («таҡыр»).
 Был, тим мин, уйындың «аҙағы»,
 һин ҡаршы киләһең — («башы»).
 Дауам ит, улайһа, шиғырҙы —
 Һәр һүҙгә яуап тап ҡаршы.

 


1993 йыл