Киске эңер. Тамара Искәндәриә

Киске эңер (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Киске эңер


Киске эңер солғай офоҡ сиген -
Ҡуйы алһыу ҡатыш фирүзә.
Эркелгән дә күҙ йәшем, һин сиген,
Күңелемде тәрән сер өҙә.

Яҡынайған һайын алыҫлаша,
Ҡаса ғына бара серле сик.
Туҡта, мәлем!
Тапсы шундай сара –
Нағыш менән ҡайып күкте сик!

Хәтерләһен ул да йәшлек мәлен,
Хәтерләһен һөйөү балҡышын.
Күңелдәге һис кем юя алмаҫ,
Ҡабатланмаҫ хистәр алҡышын.

Гүзәл мәлгә ул да ҡалһын хайран,
Ике йөрәк өсөн яһа байрам.