Әсәһе китап алған Кескәй генә улына. Малай уҡый китапты, Төшөрмәйсә ҡулынан. Хәрефкә хәреф ҡуша, Барлыҡҡа килә һүҙҙәр. Ҡыуаныстан ҡысҡыра, Ялтырап китә күҙҙәр. — Мин уҡырға өйрәндем! Хәрефтәр мине тыңлай! Шат баланың тауышы Ҡыңғырау булып сыңлай.