Китап тураһында(хикәйә). "Мәктәп календары"

Китап тураһында ( хикәйә)
автор "Мәктәп календары"
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Китап",2006 йыл


Китап тураһында


 Борон кешеләр папирус табаҡтарға яҙғандар. Бик кәрәкле мәғлүмәттәрҙе ҙур балсыҡ плитәләргә лә яҙып ҡалдырғандар. Тик, ваҡыт үтеү менән, улар серегән йә ватылған, емерелгән. Шуға күрә ундай «китаптар»ҙың күптәре беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланмаған.
Һуңыраҡ кәзә, һарыҡ тиреләренән эшләнгән күн табаҡтарға яҙғандар. Аҙаҡ яҙыу өсөн пергамент биттәре ҡулланыла башлай. Шулай итеп, пергамент битле китаптар барлыҡҡа килә. Уларҙың тышлығы күн йәки тимерҙән эшләнгән. Ундай китаптарҙы эшләү бик мәшәҡәтле булған. Шуға күрә уларҙы күпләп әҙерләү мөмкин булмаған.
Ике мең йылдан ашыу элек Ҡытайҙа ҡағыҙ уйлап табалар. Шунан ҡағыҙҙан эшләнгән китаптар донъя күрә башлай.
Һуңғы йылдарҙа китап баҫып сығарыуға заманса станоктар, электроника, компьютер техникаһы ярҙамға килә. Хәҙерге китаптар иҫ киткес матур һәм күп төрлө.
Һеҙ — бәхетле балалар. Шундай матур, бай эстәлекле китаптарҙан белем аласаҡһығыҙ. Белем иленә рәхим итегеҙ, балалар! Китап менән дуҫ булығыҙ!

 


2006 йыл