Китер саҡта... Фирүзә Абдуллина.


Китер саҡта... (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
.Нәшер ителгән: 07.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Китер саҡта, күҙҙәремә ҡарап,
Утлы һағышыңды ҡалдырма,
Өшөп-туңып бөткән йөрәгемде
Ярһыуҙарың менән яндырма.

Күҙҙәремә ҡарап, яуап көтмә...
...Япраҡ шәлен болғап көҙ етте...
Янып һөйөп кем бәхетле булған?
Һөйөлгәндәр генә бәхетле.