Китәм. Дауыт Юлтый

Китәм. (Шиғыр)
автор Дауыт Юлтый
Ижад итеү ваҡыты: 1910.


Китәм


Улар тел беҙҙәрен сәнсеп,
Ағыуланды бөтә йәнем,
Аға йәшем, яна бәғерем,
Мөғәҙҙәп дәхи выжданым.
Ҡасам, тормайым, китәм хәҙер
Был яһилдәр араһынан;
Йәнем һөймәй, тамам биҙҙем
Был вәхшиҙәр ҡараһынан,
Мине туйҙырҙы был тормош,
Китәм бынан, китәм сәйран,
Китә ҡалһам, минең арттан
Монафиҡтар яһар байрам.


1910