Киҫелмәһен бармаҡтарым…Фирүзә Абдуллина.


Киҫелмәһен бармаҡтарым… (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 11.2014.. Нәшер ителгән: 07.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Эш ҡушырға булһа әгәр
Әсәйем теҙә ине:
”Фәүзиә, Мәрйәм, Мәрзиә…”
Аҙаҡ ҡына мин инем.

Шаяртып ҡына әйттем бер,
Йәнәһе лә, үпкәләп:
“Яратҡандарын иң тәүҙә
Һанайһың гелән иҫләп!”

Көрһөнөп ҡуйҙы әсәйем
(аңламай шаяртҡанды!):
“Белмәйһеңме, балам, һеҙҙе
Бер тигеҙ яратҡанды?

Бына, балам, ун бармағым,
Ун бармағым – ун балам,
Ҡайһыныһы ҡырҡылһа ла,
Бер үк төрлө һыҙланам.

Әсәй өсөн һәр балаһы
Бер үк төрлө ҡәҙерле,
Яраланған бармаҡ ҡына
Өҙә икән бәғерҙе…”

Бала үҫтереп, үҙем дә
Исемдәрен һанайым,
Хәҙер инде әсәйемде
Бигерәк ныҡ аңлайым!

Ике ҡыҙым – ике ғәмем,
Икеһе тиң ҡәҙерле,
Киҫелмәһен бармаҡтарым,
Өҙмәһендәр бәғерҙе!