Акбутина А.Н.,
Российская Федерация, Республика Башкортостан, г. Уфа.
Член Союза журналистов РФ и РБ.
Википедия – виртуаль донъяның иң күләмле энциклопедик проекттарының береһе. Унда ингән һәр мәғлүмәт кешелек тарихына мәңгелеккә инеп ҡаласаҡ. Википедиялағы мәғлүмәттәр башҡа телдәргә лә тәржемә ителгәнлектән үҙебеҙҙе донъяға танытыу йәһәтенән Википроекттар беҙгә бик ҙур ярҙам күрһәтә ала. Бындай проекттан ситтә ҡалыу заман арбаһынан төшөп ҡалыуға тиң булыр ине. Шөкөр, Башҡорт Википедияһы бар, үҫә, тулылана.
Телде һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән дә проекттың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур. Башҡорт Википедияһы проектының береһендә – Викиһүҙлектә - мин байтаҡ йылдар элек теркәлһәм дә, ваҡыт булмау сәбәпле эшендә әүҙемлек күрһәтә алманым. 2013 йылда Башҡорт проекттарына ҡушылдым. Илдар Кинйәбулатов ойошторған ВКонтакте сайтының интерфейсы тәржемәһен башҡарҙыҡ. Хаҡлы ялға сыҡҡас, Википедияла ла, Башҡорт проекттарында ла эшләргә ваҡыт була башланы. Илдар Кинйәбулатов Башҡорт китапханаһы проектына саҡырҙы, унан Интернет һәм компьютер терминдары терминологияһы тигән тармаҡта координаторлыҡ бурыстары йөкмәтелде. Әле мөмкин булған тиклем терминология менән эшләйем. Селтәрҙән рус һәм инглиз телдәрендәге терминдарҙы йыйыу менән мәшғүлмен, терминдар тәржемәһен дә иғтибарҙан ҡалдырмаҫҡа тырышам. Скайп тәржемәһендә, Википедия терминдары буйынса ВКонтактелағы чаттарҙа барған бәхәстәр һөҙөмтәһендә теге йәки был термин буйынса күпселек тәҡдим иткән варианттарҙы һүҙлеккә индерәм, ҡайһы берҙә үҙем дә бәхәс темаһы тәҡдим итәм.
Әлегә Викитерминология менән Интернет һәм компьютер терминологияһы айырым-айырым үҫеш кисерә. Уларҙың бер-береһе менән тығыҙыраҡ хеҙмәттәшлек итеүе, терминдарҙы стандартлаштырыу бурысы алдыбыҙҙа тора. Сөнки әлегә бер үк терминдың төрлөсә алыныу осраҡтары байтаҡ. Тимәк, уларҙы унификациялау, бер базаға туплау – өлгөрөп еткән мәсьәлә.
Терминдар тәржемә итеүҙә төрлө йәштәге, төрлө тармаҡта уҡып йә эшләп йөрөгән, төрлө ҡараштарҙа торған, техник һәм тел йәһәтенән төрлө әҙерлекле кешеләр ҡатнаша. Ләкин уларҙың байтағын компьютер тигән үҙәк төшөнсә тирәһендә булған бөтә терминдарға башҡортса эквивалент табырға ынтылыш берләштерә. Был ынтылыш шул тиклем көслө, хатта рус теленән генә түгел, ғәрәп, фарсы телдәренән ингән һүҙҙәрҙе лә ҡулланмаҫҡа тырышыу тенденцияһы көсәйә.
Был күренештең кире яғы ла, ыңғай яҡтары ла бар. Хилафлыҡты шунда күрәм: терминдар мотлаҡ башҡорт телендә яңғырарға тейеш тигән принцип менән эш ителһә, улар араһында таныш булмаған йә, таныш булып та, бөтөнләй өр-яңә мәғәнә алған һүҙҙәр күп буласаҡ. Һөҙөмтәлә был терминдар тупланмаһының үҙенә аңламалы һүҙлек кәрәк булып, бик һирәктәр генә уны ҡулланасаҡ. Үтә яңы яңылыҡ халыҡты өркөтәсәк, әлбиттә.
Уның ҡарауы отошло яҡтары күберәк.
Беренсенән, башҡорт теле бөтә донъя өсөн һуңғы осор ҡаҙанышы булған өр-яңы компьютер һәм интернет терминдары иҫәбенә байыясаҡ.
Икенсенән, был терминдарҙың күпмелер өлөшө ошо тармаҡтың тар белгестәре өсөн генә кәрәк булһа, байтаҡ өлөшө бик киң ҡулланыуға сығасаҡ, сөнки уларҙы һәр кемгә отоп алырға, көндәлек тормошонда файҙаланырға тура килә. Башҡа бер тармаҡтың да терминдары, һөнәри лексикаһы компьютер терминдары шикелле киң ҡулланыуға инә алғаны юҡ ине әле, улар һәр ваҡыт ниндәйҙер һөнәр эйәләренең тар ғына файҙаланыуында булды. Компьютер техникаһы, мобиль ҡорамалдарҙы хәҙер кешелек кесе йәштән тигәндәй тотонғанлыҡтан уның терминдары ла халыҡ аңына һәм теленә һәғәтендә үк инә бара. Ошо сәбәпле, компьютер менән үҙ телендә “һөйләшеүселәр” ни тиклем күп булһа, мөмкин тиклем ҙур күләмдә ижад ителгән башҡортса терминология ла йәштәрҙең тел белеү һәләтен арттырасаҡ.
Шулай булғас, компьютер терминдарын тәржемәләп, халыҡҡа тәҡдим итеү – бик мөһим эш. Әлбиттә, рус теле беҙгә ҙур конкуренция барлыҡҡа килтерә. Башҡортса белмәгән йә икмәк-тоҙлоҡ ҡына белгән йәштәр компьютер менән тик русса аралаша. Телде яҡшы белгәндәр араһында ла русса интерфейстарҙан башҡортсаға күсмәүселәр күп, быны раҫлаған һандар бар.
Халыҡты башҡортса интернетҡа күсереү проблемаһы, әлбиттә, бик ҡатмарлы. Уны хәл итеү юлдары ла барҙыр. Был йәһәттән донъяла ныҡлы хакимлығын урынлаштырған бер тенденция өмөтләндерә: хәҙер һәр кемдең үҙ тамырҙарын, үҙ телен, мәҙәниәтен, йолаларын белергә тейешлеге бәхәсһеҙ ҡабул ителә торған аксиомаға әйләнеп бара, үҙ телеңде белмәү хупланмай. Беҙҙең йәштәр араһында ла, кемеһе – эске талаптарынан сығып, кемеһе – быны мода тип ҡабул итеп булһа ла, үҙ теленә, шул иҫәптән компьютер терминдарына, иғтибарлыраҡ ҡарай һәм уларҙы ҡуллана башлар, тип ышанырға кәрәк. Һәр хәлдә халыҡта ундай ихтыяж тыуған мәлгә беҙҙең терминологик һүҙлектәр ҙә, тәржемә ителгән интерфейстар ҙа әҙер торасаҡ.
Шул уҡ ваҡытта компьютер – ул бар донъяны яулап алған интернациональ күренеш, шулай булғас, унда интернациональ һүҙҙәрҙең бөтәһенән дә баш тартып бөтөү мөмкин түгел. Айырыуса беҙҙә теге йәки был терминдың мәғәнәһен яҡынса ғына булһа ла атарлыҡ һүҙ табылмау осраҡтары, тәбиғи, әҙ түгел.
Терминдарҙы тәржемә итеүҙең ғилми яҡтан эшләнгән әҙер методикаһы юҡ, шуға беҙ ул методиканы эш барышында үҙебеҙ ижад итәбеҙ. Чатта фекер алышабыҙ, бәхәсләшәбеҙ, һәр кем үҙ вариантын тәҡдим итә, уны яҡлап, һүҙлектәргә, башҡа төрки телдәрҙә нисек алыныуына һылтана. Был йәһәттән Гугл-тәржемәсе ярҙамға килә – терминдың төрөк, ҡаҙаҡ, үзбәк, әзери, татар телдәрендә нисек алынғанын барлап сығабыҙ. Инглиз теленән тура башҡортсаға әйләндереп ҡарау алымы ла ҡулланыла, туранан-тура тәржемә иткәндә тапҡыр ғына килеп торған һүҙ табыу осраҡтары ла булғыланы. Һүҙҙең этимологияһын, төрлө мәғәнәләрен ентекләп күҙҙән үткәрәбеҙ.
Тағы шуныһы: “ҡәҙимге бер һүҙ ҙә инде был, тәржемәһе лә бар, тотабыҙ ҙа ошолай тип алабыҙ”, тип еңел генә тылмаслап та булмай, сөнки ул – термин, һәм дөрөҫ, теүәл аналогты табыу өсөн уның артында ятҡан техник-технологик күренеште, процесты аңлау талап ителә. Уныһын тәфсирләп ҡараһаң, быны түгел, бөтөнләй икенсе һүҙ табыу зарурлығы асыҡлана.
Тәржемәлә ҡатнашыусылар араһында тағы ла диалект һүҙҙәрен, ҡулланылыштан төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе киңерәк ҡулланыу тәҡдиме йыш ишетелә. Тик был осраҡта үрҙә телгә алынған проблема килеп тыуыуы көн кеүек асыҡ, йәғни аңлайышһыҙ һүҙҙәрҙең кешене беҙҙең тәржемәнән тиҙ биҙҙереү ихтималлығы ҙур. Шунлыҡтан әлегә ундай һүҙҙәрҙе күпләп ҡулланыу – үҙмаҡсат түгел, ләкин киләсәктә телебеҙҙе сит һүҙҙәрҙән азат итеү буйынса эшмәкәрлек дауам итер һәм диалектизмдар, архаизмдар араһынан ҡайһы берҙәренең заманса яңһыраш алыуы, яңыса тормош башлауы бик тә ихтимал. Интернет-терминдар өлкәһе ғилми ҡараш талап итә, улар һәр яҡлап тикшерелһә, беҙҙең тәҡдим иткән варианттарға фәнни баһа бирелһә, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине. Ләкин был эш менән шөғөлләнә торған ғалимдарҙың да төрлө яҡлап белемле булыуы шарт. Лингвист булыу ғына етмәй, техник һәм технологик күренештәрҙе аңлап эш итеү, инглиз телен дә белеү мөһим буласаҡ бындай эшкә тотонаһы фән белгесенә. Бәлки, шул сағында тәржемә методикалары ла барлыҡҡа килер, бөтә эш ғилми талаптарға ярашлы алып барылыр ине.
Юғиһә эш барышында эмоцияларға буйһоноп китеү осраҡтары ла булғылай. Йәғни теге йәки был һүҙгә аналог эҙләгәндә оҡшай-оҡшамай, ҡолаҡҡа ята-ятмай тигән критерий өҫкә сығып киткеләй. Әлбиттә, был һис тә дөрөҫ түгел. Интернет терминдары шикелле аныҡ һәм теүәл төшөнсәләр менән эш иткән өлкә берәмектәре тураһында һүҙ барғанда бындай критерий ҡулай түгел генә түгел, хатта зарарлы.
Компьютер һәм интернет технологиялары бер көнгә лә үҫештән туҡтамай, шунлыҡтан бындай технологик революция шарттарында һәр күренешкә тәғәйен термин сығып торорға тейеш. Компьютер технологияларын инглиз телле мөхит эшләй, шунлыҡтан терминдар ҙа инглиз телендә хасил була ла башҡа телдәргә күсеү процесын башлай. Тимәк, был бер ваҡытта ла туҡтамай торған күренеш буласаҡ. Терминдарҙы башҡорт теленә тәржемә итеү менән дә бер генә быуын шөғөлләнмәҫ әле.
Компьютер терминдары системаһын үҫтереүҙә ҡатнашырға ниәт иткән һәр кем беҙҙең проекттарға ҡушыла, был мөһим эшмәкәрлеккә үҙ өлөшөн индерә ала. Викиһүҙлектә лә, Башҡорт проекттарындағы Терминология бүлегендә лә эш етерлек.