Кремль (Шиғыр)
автор Author:Сабир Кинйәкәй
.Нәшер ителгән: “Ленин байрағы” №72-73 1938.



Кремль


Күҙ ағындай таҙа, асыҡ һыу
Урғылғандай гранит шишмәнән.
Шатлыҡ, көс таша ватаныма,
Ошо бөйөк исем эсенән.
Мәңге тибер шанлы йөрәге,
Штабы, ул, тиңһеҙ илемдең.
Күркәмлеге, даны , ғоруры,
Йәшлеге, ул, беҙҙең бөгөндөң.
Шунан ала халҡым йәшәүҙең
Алтындарҙан алтын законын,
Унда күрә бөтә кешелек,
Быуаттарҙарҙың даһи аҡылын.
Унан нур көтөп кистәрен,
Тәрән мөгрәләрҙе яҡтырта,
Ирек өсөн донъя бәхетен,
Емерелмәҫ данға ҡалҡыта.
Абдул 1938 йыл ноябрь.


1939 йыл


Public domain
This work is in the public domain in countries where the copyright term is the author's life plus 70 years or less. See Copyright.