Күбәләгем(шиғыр). Ҡадир Даян

Күбәләгем (Шиғыр )
автор Ҡадир Даян
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Күбәләгем


 Күбәләгем, һыу буйында
 Туғайҙарҙа үҫәһең,
 Сәскәләрҙән сәскәләргә
 Ниҙәр эҙләп күсәһең?
Аҡ та була, күк тә була,
 Төрлө була күбәләк.
 Сәскә осҡан кеүек була,
 Улар осһа бергәләп.


1996 йыл