Күбәләктәй леп-леп килеп
Остом һиңә, остом белеп:
Гөлт итеп мин тоҡанырмын,
Көл булғансы мин янырмын!
Танһыҡ миңә һинең ҡосаҡ,
Тандыр янған төнгө усаҡ.
Таңға хәтле таңдар ҡалып
Тыңланы бит тынлыҡ ул саҡ
Икебеҙҙе...
Иҫеңдәме,
Икеләнеү-шиктәр йыраҡ.
Леп-леп килгән күбәләктәй,
Леп-леп янды һөйөү-сыраҡ.